Йәнтөйәк
+20 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
19 Июня , 05:10

Алданылар, ахыры, эҫе булмай...

Июлдә аномаль эҫе була, тигән булғайнылар.

Алданылар, ахыры, эҫе булмай...Алданылар, ахыры, эҫе булмай...
Алданылар, ахыры, эҫе булмай...

Июль айы ғәҙәт буйынса йәйҙең иң эҫе айы тип иҫәпләнә. Башҡортостан кешеләре уны оҙайлы ҡояшлы көндәргә өмөтләнеп, түҙемһеҙлек менән көтә. Был өмөттәр аҡланырмы?

“Фобос” үҙәге метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, йәйҙең икенсе айы аномаль эҫе булмаясаҡ. Синоптиктар уртаса йылы һауа торошон вәғәҙәләй. Көндөҙ термометр бағанаһы +18-ҙән +25 градусҡа тиклем тирбәлә. Июлдә яуым-төшөмдөң климат нормаһы сиктәрендә булыуы көтөлә.

Яҙҙан алып аномаль эҫе йәй була тиҙәр ине, күрәһең, быйыл был күҙаллау тормошҡа ашмаҫ...

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:
Читайте нас