

Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында йәшәгән “Юлай” позывнойлы яугир, гвардия рядовойы, разведка ротаһының 4-се пилотһыҙ осоу аппараттары взводы оператор-саперы махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, тип яҙа “Балтач таңнары” гәзите. Уны өйҙә һағынып көткән ҡатыны Эльвина Малик ҡыҙы, Юнир, Юлиә, Әлиә, Айсаф, Юлай исемле биш балаһы ҡаршы алды. Оло ғаилә өсөн был көн ысын байрамға әүерелде.
Яугир позывнойҙы осраҡлы һайламаған, кинйә улының исемен алған. ”Юлай” өсөн ғаилә - тыуған ерҙән алыҫта ла көс-ҡеүәт биреүсе төп сығанаҡ.
Яугир Борай районының Яңы Таҙлар ауылында тыуып үҫә. Тимер юлдары ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндән һуң буласаҡ тормош иптәше Эльвина менән таныша. Егет бер нисә көндән өйләнешергә тәҡдим яһай, шул ваҡыттан һуң 15 йыл ғүмер үтеп тә киткән.
Ғаилә бер аҙ Себерҙә йәшәгәндән һуң Балтас районына ҡайта, ошонда тормоштарын ҡора, балалар үҫтерә. Эльвина Малик ҡыҙы Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһенда эшләй. “Юлай” вахта ысулы менән “Сорғотнефтегаз” компанияһында хеҙмәт итә.
Берҙәм ғаилә ауылда иң өлгөлө, әүҙем ғаиләләрҙең береһе. Балалары мәктәптә яҡшы уҡыуҙары, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары менән ата-әсәһен шатландырып тора. Быйыл улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының зона этабында еңеүсе булды.
“Юлай” 2024 йылдың ноябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Алғы һыҙыҡҡа уны шунда уҡ ебәрәләр. Тәүге хеҙмәт көндәре ғаилә өсөн етди һынауға әүерелә.
–Ғинуарға тиклем ул бөтөнләй бәйләнешкә сыҡманы, һәр көнөбөҙ хәүефләнеү менән үтте. Тик беҙ уның түҙемлегенә, уйлап эш итеүенә, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә белеүенә ышандыҡ. Еңеү һәм ғаиләбеҙ именлеге хаҡына ул барыһын да эшләйәсәк,– ти яугирҙең ҡатыны.
Бөгөн гвардия рядовойы “Юлай” - пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн боеприпастар әҙерләү буйынса иң тәжрибәле белгестәрҙең береһе. Үҙенең подразделениеһы менән ул хәрби бурыстарҙы даими үтәй.
–Унда беҙҙең өсөн көн дә, төн дә юҡ. Ҡайһы саҡта бөгөн нисәһе, аҙнаның ниндәй көнө икәнен дә онотаһың. Һәр саҡ уяу булырға кәрәк, – ти яугир.
Уның юғары профессионализмы, яуаплылығы хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәргә ярҙам итә. Ҡыйыулығы өсөн Жуков миҙалы менән наградланған. Әммә уның өсөн ғаиләһенән дә, тыуған йортонан да ҙурыраҡ бүләк юҡ. Тап шуларҙың именлеге, киләсәге өсөн ул хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәүен дауам итә.
Пилотһыҙ осоу операторҙары - бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайтынан.
Автор: Фиғәт Нәбиуллин.