

Башҡортостанда “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры”, “Ауыл уҡытыусыһы”, “Ауыл тренеры”, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” кеүек федераль һәм республика программалары уңышлы эшләп килә. Улар йәш белгестәргә ауылдарҙа эшләргә һәм яратҡан эштәре менән шөғөлләнергә этәргес бирә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Борайҙа ла “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Район үҙәк дауаханаһының табип-педиатры Әлфиә Әхәтова ла уҙған йыл ахырында “Ауыл табибы” дәүләт ярҙамын алған.
Әлфиә Рәнис ҡыҙы — әлеге көндә Борай үҙәк район дауаханаһында тырышып эшләп йөрөгән йәш табиптарҙың береһе. Бирегә ул 2025 йылдың август аҙағында эшкә ҡайтҡан. Әлфиә үҙе — Борай ҡыҙы. Тыуып үҫкән ерендә хеҙмәт юлын башлаған.
Район үҙәгенең тырыш, матур парҙарының береһе булған Рәзидә Вәлихан ҡыҙы һәм Рәнис Рәжәп улы Әхәтовтарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп, апаһы Рүзиләгә иптәш булып, 2001 йылдың 9 майында донъяға килә Әлфиә. Бәләкәйҙән маҡсатсан, тырыш ҡыҙ булып үҫә. Борай 3-сө урта мәктәбен уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә ул. Табип булыу хыялы уның бәләкәй сағынан булғанлыҡтан, мәктәптә уҡыған ваҡытында уҡ үҙен нәҡ ошо уҡыу йортона керергә әҙерләй, биология, химия кеүек кәрәкле фәндәрҙе ныҡлап үҙләштерә.
—Әсәйем бик ауырый ине. Шуңа бәләкәйҙән үк уны терелтеү теләге менән яндым. Үҫәм дә, табип булып, ҡәҙерле кешемдең ауырыу-һыҙланыуҙарын бөтөрәм, тип хыяллана инем, — ти Әлфиә Ранис ҡыҙы.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әлфиә икенсе курста уҡығанда әсәһенең күҙҙәре мәңгелеккә йомола. Шундый ауыр кисерештәрҙән һуң да бирешмәй ул. Апаһы, атаһы ярҙамы, үҙенең тырышлығы менән ҡулына юғары белемле табип белгеслегенә диплом алыуға ирешә. Әлеге ваҡытта ул ординатурала белем ала.
Бөгөнгө көндә Әлфиә Рәнис ҡыҙы үҙенә ныҡлап ышанған табип. Шәфҡәт туташы Миләүшә Аитова менән үҙҙәренә бирелгән участкалағы балаларҙың сәләмәтлек һағында тора. Ауырыу сабыйҙарҙы ҡабул итеү, уларға дауалау курсы билдәләү генә түгел бит әле уның бурыстары. Табиптың иң беренсе һәм төп вазифаһы: шул сабыйҙарҙың ауырыуҙарын алдан киҫәтеү, сәләмәт балалар үҫтереү, ваҡытында профилактик прививкалар яһатыу, диспансеризация үткәреү һәм башҡа бик күп бурыстар.
Әлфиә Рәнис ҡыҙының үҙ эшен яратып башҡарыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Бәләкәстәр ҙә аҡ халатлы апайҙарын ярата, уның менән һөйләшә, серҙәрен бүлешә, әсәйҙәр ҙә йәш табипҡа ышана, кәңәштәр һорай. Педиатр өсөн был бик мөһим.
Төп вазифаһынан тыш ул хаҡлы ялдағы атаһының һәм тормош иптәше махсус хәрби операция яугиры булған апаһының беренсе терәге һәм ярҙамсыһы ла. Йорттағы бар эште улар бергәләп башҡарырға, пландарҙы бергәләп ҡорорға, килеп тыуған ауырлыҡтарҙы бергә хәл итергә күнеккән.
Буш ваҡытта Әлфиә Рәнис ҡыҙы республикабыҙҙың тәбиғәт матурлыҡтарына һоҡланып, ҡыҫҡа ваҡытлы сәйәхәттәргә йөрөргә, китап уҡырға ярата.
Фекер
Радик Хәсәнов, Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы:
Әйткәндәй...
“Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда 2012 йылдан бирле эшләй һәм 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул ауыл еренә, эшсе ҡасабаларға һәм 50 меңгә тиклем халҡы булған ҡалаларға йүнәлдерелгән. Программаның шарттары: ауыл еренә күсенгәндә табиптар — бер миллион һум, фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары 500 мең дәүләт ярҙамы ала. Программала ҡатнашыусылар кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. 2026 йылда Башҡортостан Хакимиәте “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү өсөн 158, 3 миллион һум аҡса бүлергә планлаштыра.
Венера Арысланова.