

Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы балалары мәктәп яны лагерында ял итә. Ошо көндәрҙә Үҙәк район моделле китапханаһына экскурсияға барҙылар.
Мауыҡтырғыс сәфәрҙә балалар яңы китаптар менән танышты, сағыу һүрәтле баҫмаларҙы ҡараны. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар менән ҡыҙыҡлы интерактив уйындар уйнаны. Күңелле булды!
“Беҙ һәр бала өсөн китапханаға сәфәрҙе ҡыҙыҡлы итергә, китаптың белем шишмәһе генә түгел, мауыҡтырғыс мажара икәнен дә күрһәтергә тырышабыҙ”, – ти китапхана етәксеһе Әлфиә Хөсәйенова.
Сара “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә үтте.
Сығанаҡ: Ҡариҙел район хакимиәте.