Йәнтөйәк
+18 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
17 Июня , 11:15

"Мин үлмәнем, башҡорттарым!"

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе  ҡарамағындағы «Ал елкәндәр» көндөҙгө лагерында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа арналған сара үтте.

"Мин үлмәнем, башҡорттарым!""Мин үлмәнем, башҡорттарым!"
"Мин үлмәнем, башҡорттарым!"

Балалар өсөн "Мин үлмәнем, башҡорттарым!" тигән китап күргәҙмәһе әҙерләйҙәр. Унда күренекле батыр шағир-импровизатор һәм Крәҫтиәндәр һуғышы йылдарында Емельян Пугачевтың көрәштәштәренең береһенең  булған Салауат Юлаевтың тормошо, батырлыҡтары һәм ижади мираҫы тураһында сағыла.

Сара барышында балалар Салауат Юлаевтың биографияһын иҫкә төшөрә, уның тормошонан ҡыҙыҡлы факттар менән таныша, шулай уҡ уның шиғри мираҫына ҡағыла.

Осрашыу викторина менән тамамлана. Уның барышында балалар милли геройыбыҙ һәм тыуған яҡ тарихы тураһында белемдәрен тикшерә ала.

Бындай саралар тарихи хәтерҙе һаҡлауға, патриотизм һәм башҡорт халҡының мәҙәни мираҫына ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

 

"Мин үлмәнем, башҡорттарым!"
"Мин үлмәнем, башҡорттарым!"
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас