

Дуҫтар, шәп яңылыҡ! Башҡортостанда йыһан синыфтарын асырға йыйыналар. 16 июндә Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә «“Ракета-космос технологиялары” космос синыфтары» тигән яңы профориентация проекты булдырыу тураһында күмәк килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Проект илдең ракета-космос тармағына, сәнәғәт комплексына һәм Ҡораллы Көстәренә белемле кадрҙар әҙерләү маҡсатын ҡуя. Мәктәптәрҙең 5–11-се синыфтарында профилле өҙлөкһөҙ уҡытыу буйынса Рәсәйҙә тәүге тәжрибә буласаҡ ул.
Әле эшләп килгән тар профилле программаларҙан айырмалы, яңы проектта:
- физика, математика һәм информатиканы тәрән өйрәнеү,
- пилотһыҙ авиация системалары өлкәһендә практик күнекмәләр үтеү,
- яһалма аңды практик ҡулланыу
ҡарала.
Башланғысты “Роскосмос”, “Ростех” корпорациялары, Стратегик тәғәйенләнешле ракета ғәскәрҙәре, РФ Космонавтика федерацияһы хуплаған.
Килешеүгә ҡул ҡуйыусылар араһында – Өфө моторҙар берекмәһе генераль директоры Евгений Семивеличенко, ӨФһТУ менән ӨДНТУ ректорҙары Вадим Захаров менән Олег Баулин, “Виктори” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы етәксеһе Вадим Курилов, ракета ғәскәрҙәре ветерандары союзы рәйесе Анатолий Балтинский, БР буйынса Космонавтика федерацияһы етәксеһе Сергей Плюхов.
1926/27 уҡыу йылында проект Өфөнөң Октябрь районындағы бер нисә мәктәптә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уларҙа берҙәм кейем формалы һәм эмблематикалы инженер синыфтары асыласаҡ.
Проектҡа Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин етәкселек итә.
“Был проект – Рәсәйҙең технологик суверенитетын нығытыуға беҙҙең өлөш. Беҙ ябай синыфтар ғына түгел, ә мәктәп эскәмйәһенән башлап буласаҡ техник элитаны тәрбиәләү системаһын хасил итәбеҙ. Өфөнөң Октябрь районында алынған тәжрибә тотош республикала һәм унан ситтә лә таратыу өсөн өлгөгә әйләнер тип ышанам”, – тине Илдар Мәүлетбирҙин, килешеүгә ҡул ҡуйғас.
Пилот майҙанында механизмдарҙы шымартҡас, проект, республикаға таратылып, йыл һайын кәм тигәндә 300 уҡыусыны йәлеп итәсәк.
Проект ҡул ҡуйғас та көсөнә инде, әлегә уны 2030 йылға тиклем төҙөнөләр. Уңышлы барһа, артабан оҙайтыуҙары мөмкин.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Сығанаҡ: Башинформ.