

Благовещен районының Иҫке Илек ауылы халҡы Мөхәмәтҡоловтар ғаиләһен бары яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Тыуған илгә тоғролоҡ, илһөйәрлек сифаттары менән улар күптәр өсөн яҡшы өлгө.
“Спутник” позывнойлы яугир 2022 йылдың октябренән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша, хеҙмәттәштәре араһында юғары профессионализмы һәм ҡыйыулығы менән ҙур абруй ҡаҙанған. Ул Чечняла хеҙмәт иткәндә етерлек хәрби тәжрибә туплаған, ундағы күнекмәләр махсус хәрби операция зонаһында ла ярап ҡуя, тип яҙа “Панорама” гәзите.
Яугирҙең ҡаҙаныштары наградалар менән билдәләнгән. Батырлығы өсөн хәрби часть командиры грамотаһына һәм миҙалдарға лайыҡ булған. Иң юғары награда – IV дәрәжә Георгий тәреһе яугирҙең һуғыш яланындағы ҙур ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.
Яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, “Спутник” Ватанды яҡлауға индергән тос өлөшө өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән наградланды.
Бынан тыш, яугир фронтҡа әүҙем ярҙам итеүен дауам итә. Ул үҙ аҡсаһына ҡулдан өс автомобиль һатып алып, уларҙы ремонтлап хеҙмәттәштәренә тапшырҙы. Машина ремонтлауға ваҡыт әрәм итмәҫ өсөн февраль айында, өр-яңы “Нива” автомобиле һатып алып, алғы һыҙыҡҡа оҙата.
Тылда уны сабырлыҡ менән һөйгән ҡатыны, аталары менән сикһеҙ ғорурланған ҡыҙы һәм улы көтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуап, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында башбат.рф сайтында мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.
Фото: “Панорама” гәзите сайтынан.