

Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй улусы старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән.
Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була. Шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Халыҡ хәтерендә ул шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ батыр булып һаҡлана.
Илһөйәр Махатова әҙерләне.
Фото Интернет селтәренән алынды.