+19 °С
Облачно


Был изге эштә халыҡ берҙәм булып ҡатнаша, сөнки бында һәр кемдең туғандары, яҡын кешеләре ерләнгән.
Берҙәм тотонғас, эш ырамлы бара. Күмәкләп үҫкән үләнде сабып, йыйып, территорияны йыйыштырып та ҡуялар.
- Таҙартылған һәм төҙөкләндерелгән зыяратты күреү күңелдәргә яҡты нур өҫтәй, — ти өмәлә ҡатнашыусылар. — Бар изге эш — саҙаҡа, мәрхүмдәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә беҙҙән ҡәнәғәт итһен.