Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
15 Июня , 09:00

Яугирҙар бар яҡлап иғтибар тоя

Фатирҙары ла уңайлаштырыла, шифаханаларға ла баралар.

Яугирҙар бар яҡлап иғтибар тояЯугирҙар бар яҡлап иғтибар тоя
Яугирҙар бар яҡлап иғтибар тоя

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә  иғтибар ҙур. Был эшкә барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре  йәлеп ителгән.

Ярҙам исемлегенә    төбәктең  55 ярҙам саралары кергән, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән.  

 “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Бүздәк районындағы социаль координаторы Гөлфиә Ғабдрафиҡова ошо йәһәттән үҙҙәрендә күрелгән саралар тураһында һөйләне:

–Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, уларҙың ғаиләләре өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ҡаралған. Улар тураһында  яугирҙәргә еткереп, аңлатып тороу беҙҙең бурыс. Махсус хәрби операция ветерандары ла иғтибар үҙәгендә. Күп функциялы үҙәк белгестәрен, юристарҙы, үҙәк район дауаханаһы табиптарын саҡырып улар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ, уларҙы борсоған һорауҙарҙы хәл итәбеҙ.   Ветерандарҙы “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексына саҡырып, һаулыҡтарын тергеҙеү йүнәлешендә лә эш алып барабыҙ. Улар менән тренерҙар шөғөлләнә. Кемдер шахмат, шашка уйнай, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәренә ылығалар.  Бер нисә айға бер тапҡыр спорт фестивалдәре ойошторола. Был саралар яугирҙәргә тыныс   йәшәү шарттарындағы тормошҡа еңел итеп яраҡлашырға булышлыҡ итә. 

Шифахана-курорт дауаланыуына ла йүнәлтәбеҙ.  Ошо рәүешле 10-дан ашыу ветерандарыбыҙ шифаханаларҙа сәләмәтлектәрен нығытты.

Махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ветерандар эшкә урынлаштырыуҙа ла ярҙамға мохтаж. Һаулыҡ тороштары арҡаһында элекке эштәренә ҡайта алмаһалар, уларға ҡабаттан уҡытырға булышлыҡ итәбеҙ.   Был ярҙамдан яугирҙәрҙең ғаиләләре лә ҡуллана.  2024 йылдан  МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан 10-лап кеше яңы  һөнәргә уҡып сыҡты.

Инвалидлығы булған яуирҙәребеҙҙең торлаҡтарын адаптациялау ҙа ярҙам сараларының береһе.

Психологик ярҙам тураһында онотмайбыҙ. “Ғаилә” үҙәге менән берлектә психологтар менән осрашыуҙар уҙғарабыҙ. Белгестәргә   һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары айырыуса мохтаж.

Был эштәр беҙ башҡарған сараларҙың бер өлөшө генә. Уларҙың барыһы ла яугирҙәргә, уларҙың яҡындарына ярҙам итеүгә маҡсатланған.

Фото: филиалдың архивынван.

Автор:
Читайте нас