Йәнтөйәк
+24 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
15 Июня , 07:25

Нәҫел ептәрен барланылар

Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Шишмә-Үрәкәй ауылында Мәсәғүт  нәҫеленең Шәжәрә байрамы бик матур үтте.  

Нәҫел ептәрен барланыларНәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар

Тантанаға  мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса  урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы  рәйесе Ирек Ҡәҙимов, Арбаш ауылы биләмәһе башлығы Фәнил Зыятдинов, Шишмә-Үрәкәй мәктәбенең элекке директоры, ветеран уҡытыусы Рәфис Зарипов килде. Уларҙы күркәм йола буйынса икмәк-тоҙ, йыр-моң менән ҡаршы алдылар.

300 йыллыҡ тарихы булған Шишмә-Үрәкәй ауылы байрамында Башҡортостан, Татарстан һәм Рәсәйҙең  башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар, туғандар ҡайтыуы байрамдың тағы ла  йәмен  арттырҙы. Тантананы мəсеттең  имам-хатибы Ҡөрьән аяттары уҡып, шулай киләсәктә лә шәжәрә байрамдары  үткәреп, милләтебеҙҙе, динебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙ мираҫын һаҡлап, ил-көндәребеҙ тыныс булыуын теләне.

Артабан  ауыл биләмәһе  башлығы Фәнил Зыятдинов килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләп, был байрамдың асылы, тарих яңырып киләсәк быуынға еткерелеүе  ҡыуаныслы булыуын еткерҙе.

— 300 йыллыҡ тарихы булған ауылыбыҙҙа бөгөн  75 йортта 200гә яҡын кеше йәшәй. Ауылдың 300 йыллығы, Шәжәрә байрамдары, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек байрамдар беҙҙең биләмәлә  үтеп тора. Шул традицияны  юғалтмай, туғанлыҡ  ептәрен нығытырға, тарихты онотмаҫҡа кәрәк. Байрамды ойоштороусыларға айырым рәхмәт. Нурия Әхсән ҡыҙы инициатива күрһәтеп, ҙур тырышлыҡ һалды, — тине Фәнил Зыятдинов.

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева ла байрам менән ҡотлап, сараны ойоштороуға ҙур тырышлыҡ һалыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Артабан һүҙ  ветеран уҡытыусы Рәфис Зариповҡа бирелде. Ул ауылдың быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан бай тарихы менән таныштырҙы.

Байрамда  Фәүзетдин нәҫелен ете быуынға  тиклем өйрәнеп,  йыраҡ  Сербия, Американан, Себер яҡтарына тиклем таралған туғандар, ейән-ейәнсәрҙәр осрашты.

Быуындар сылбыры өҙөлмәй, быуаттар,  йылдар  аша ғаиләләр ойошоп, туғанлыҡ тағы ла нығынды.

Нәҫел тамырҙарын барлау, туғандарҙы бергә йыйыу  уйы менән оҙаҡ йылдар янып йәшәгән Фәүзетдин нәҫеленең дүртенсе быуын вәкиле Нурия Әхсән ҡыҙы ла сығыш яһаны.

— Атайымдың әсәһе яҡлап шәжәрәне өйрәнеп, төҙөп, туғандарҙы бергә йыйып, туғанлыҡ ептәрен нығытыу күптәнге хыялым ине. Шәжәрәне төҙөү бик еңел булманы, бабайҙарыбыҙға бәйле мәғлүмәттәрҙе  тарихи документтарҙан һәм  ауылда йәшәгән тарих уҡытыусыларынан мәғлүмәт алырға тура килде. Шәжәрәне Фәүзетдин нәҫеленең өсөнсө  быуын вәкиле Рәиф Әсхәт улы менән төҙөнөк. Әлеге көндә нәҫел сылбырында 488 кеше иҫәпләнә. Иң оло вәкиле — 95 йәшлек Әминә әбей, иң кесеһе — ике айлыҡ Диана. Ауылда йыйылып, туғандарҙы осраштырыу хыялым тормошҡа ашты, — тине Нурия Әхсән ҡыҙы.

Артабан  Фәүзетдин нәҫелен дауам итеүсе  — Бибизәйнәп, Рәхимә, Шәмсетәлиға, Хәҙисә, Мәрфуға, Садрислам, Садертдин балалары  һәр араны өйрәнеп төҙөгән шәжәрәләре менән таныштырҙы.

Фәүзетдин нәҫеле балалары, йыраҡтан ҡайтыусы ауылдаштар  моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән байрамға йәм өҫтәне.

Ниндәй байрам спорт ярыштарынан башҡа уҙа? Бəйгелəрҙе ойоштороуға  Арбаш мəктəбе уҡытыусылары күп көс һалған. Кемдер сәхнәлә, кемдер халыҡ уйындарында ҡатнашып, күңелле ял итте.

 

Байрамға килгән һәр кем күңел күтәренкелеге, иман нурҙары, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары алып ҡайтты.

 

Нурсинә Әхмәрова.

Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Нәҫел ептәрен барланылар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас