

Республикала БПЛА йәки ракета һөжүме хәүефе булған осраҡта, хәүефле тәбиғәт күренештәре тураһында иҫкәртеү өсөн СМС-хәбәрҙәр ебәрелә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мобиль интернет сикләнеүе сәбәпле улар ваҡытында килеп етмәй. Хөкүмәттең сираттағы кәңәшмәһендә ошо тема күтәрелде.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов оператив кәңәшмәлә республика халҡына һәм ҡунаҡтарына “112 ашығыс ярҙам” һәм “МЧС Рәсәй” мобиль ҡушымталары, шулай уҡ “Макс” мессенджерында рәсми аккаунттар аша оператив мәғлүмәт алыу мөмкинлеге хаҡында иҫкә төшөрҙө. Улар хатта интернет сикләнгән осраҡта ла эшләйәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ҡайһы берҙә, техник үҙенсәлектәр арҡаһында, БПЛА һөжүме йәки ракета хәүефе тураһында хәбәр итеү тотҡарлана: бик күп мәғлүмәт килә һәм серверҙар сыҙамай. Ә проблеманы хәл итеү юлы һәр кемдең телефонында бар.
– Ни бары QR-код аша үтергә кәрәк һәм программа асыла, ул оператив рәүештә хәүеф тураһында иҫкәртә. Һәм, дөйөм алғанда, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы линияһы буйынса барған бөтә киң мәғлүмәт буласаҡ, — тине Башҡортостан Бапшлығы.
Радий Хәбиров был мәғлүмәтте мөмкин булғанса күберәк халыҡҡа еткерергә, уҡыу йорттарын һәм муниципалитеттарҙы тоташтырырға ҡушты.
– Бына быларҙың барыһы ла беҙҙең ауыр ваҡытта һәр кемдең кеҫәһендә булырға тейеш, — тине ул.
Фото: видеонан скриншот.