

Байрам ҡунаҡтары өсөн ауыл биләмәләре күргәҙмәләре, милли ихаталар, халыҡ кәсептәре экспозициялары, шулай уҡ бай мәҙәни һәм спорт программаһы әҙерләнгән.
Милли көрәш, самбо һәм спорттың башҡа төрҙәре буйынса ярыштар ҡатнашыусыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты.
Сара барышында Динис Йосопов байрамды ойоштороу менән танышты, район халҡы һәм ҡунаҡтары менән аралашты.
Динис Рәдис улы һабантуйҙың ҙур ойошҡанлыҡ менән юғары кимәлдә уҙыуын билдәләп, Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллинға һәм район халҡына йылы ҡабул иткәндәре, ҡунаҡсыллығы һәм халыҡ байрамының иң яҡшы йолаларын һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Ҡариҙел районы халҡын сәсеү кампанияһының уңышлы тамамланыуы һәм Һабантуй үткәрелеүе менән ҡотлайбыҙ. Районға артабан үҫеш, именлек, тыныслыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!