Йәнтөйәк
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
13 Июня , 02:50

Төлгөҙбашта велоуҙыш үтте

  Төлгөҙбаштарҙың барыһын да илһөйәрлек хисе берләштерә: Бөйөк Рәсәйебеҙ артабан да нығынһын, уның күп милләтле, татыу, берҙәм халҡы имен, мул, тыныс тормошта йәшәһен!

Төлгөҙбашта велоуҙыш үттеТөлгөҙбашта велоуҙыш үтте
Төлгөҙбашта велоуҙыш үтте

"Рәсәй көнөндә  Төлгөҙбаш ауылы халҡы  — йәше лә, ҡарты ла ике тәгәрмәсле "тимер ат"тарға ултырып,   бергәләп ауыл урамдары буйлап елдерҙе. Был сараны ауыл мәҙәниәт йорто методисы Мансур Фазылов ойошторҙо. Велоуҙышта  ағинәйҙәр, ауыл-ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары,  спортты үҙ иткән әүҙемдәр һәм балалар ҡатнашты", — тип хәбәр итте Мөсәлиә Фәтхуллина.

Теманы дауам итеп...

Рәсәй көнө – илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә. Нәҡ ошо көндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был сәйәси-хоҡуҡи акт конституция реформаһының башланғысы, яңы демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ булып тора. Беҙ илебеҙ һәм уның тарихы менән ғорурланабыҙ, лайыҡлы киләсәгенә ышанабыҙ.
Был көндө барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Тыуған илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ, яҡты булһын, уңыштар юлдаш булһын!
Рәсәй көнө менән дуҫтар!

Наилә Имаева.

Төлгөҙбашта велоуҙыш үтте
Төлгөҙбашта велоуҙыш үтте
Төлгөҙбашта велоуҙыш үтте
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас