Эш сәфәре барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 2-се полилингваль күп профилле мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Мәғариф учреждениеһы директоры Станислав Хажиев уҡыусыларҙың белем алыу программаһы, мари телендә уҡытыуҙы ойоштороу, уҡыусыларҙың уңыштары тураһында һөйләне. Мәҙәни мираҫтың нисек һаҡланыуына һәм арттырылыуына айырым иғтибар бүленде. Депутаттарға заманса технологияларҙың уҡыу процесына индерелеүе күрһәтелде, был уны һөҙөмтәлерәк итә, шул уҡ ваҡытта төплө белемгә һәм тәрбиәгә лә иғтибар кәмемәй.
Айбулат Хажин мари теле буйынса дәреслектәр менән тәьмин ителеш тураһында һорашты һәм мәктәптең бөтә уҡыусыларын да туған тел булараҡ мари телен өйрәнеүгә йәлеп итергә кәңәш бирҙе.
Уҡыу бүлмәләрен ҡарағандан һуң ҡунаҡтар ошо мәктәпте тамамлаған һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған сығарылыш уҡыусылары иҫтәлегенә ҡуйылған Хәтер стенаһына сәскәләр һалды.
Айбулат Вәкил улы Станислав Хажиев етәкселегендәге мәктәп коллективына мари телен, традицияларын, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса күрһәткән хеҙмәттәре өсөн йылы һүҙҙәр әйтеп, Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәдинуров мәктәпкә футбол туптары бүләк итте, балаларға сәләмәт рухты һаҡлау өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк, тигән теләктәрен еткерҙе.
Сара аҙағында ҡунаҡтар мәктәптең сығарылыш уҡыусыларына изге теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
Артабан ҡунаҡтар Мари тарихи-мәҙәни үҙәгенә юлланды. Ҡоролтай депутаттарын үҙәк етәксеһе Алексей Ибулаев ихлас ҡаршы алды. Ул мари халҡының традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм мәҙәниәте хаҡында һөйләне. Мари халыҡ инструменттарында нисек уйнағандарын, уларҙың нимәнән эшләнгәнен күрһәтте. Алексей Васильевич мәктәп уҡыусылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар менән, шулай уҡ күрше райондарға экскурсияларҙың нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне.
Мишкә районы хакимиәте башлығы Лариса Александрова депутаттарға ошо күсмә сараны үткәреү урыны итеп Мишкә районының һайланыуы өсөн оло рәхмәтен еткерҙе.
— Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә, бөтә министрлыҡтарға ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ мари милләтенә күрһәтелгән иғтибарлы мөнәсәбәтте йыш тоябыҙ. Мишкә районына мәҙәниәттең, боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙең нисек һаҡланыуын өйрәнеү өсөн йәмәғәтселек вәкилдәре, ғалимдар йыш килә. Һеҙҙең ярҙам беҙгә артабан үҫешергә булышлыҡ итә. Үҙебеҙҙе Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтарҙың ҙур, дуҫ ғаиләһенең ағзаһы итеп тойоп йәшәйбеҙ, — тине Лариса Геннадиевна.
Теманы дауам итеп...
“Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сиктәрендә мәғариф, фән, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, матбуғат, киң мәғлүмәт саралары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өлкәләрендә төрлө саралар уҙғарыла. 2025 йылда БР Мәғариф министрлығы тарафынан Халыҡ-ара туған тел һәм Башҡорт теле көндәренә арналып, дөйөм белем биреү ойошмалары араһында рус һәм башҡорт телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса иң яҡшы кабинетҡа республика конкурстары үткәрелде. Шулай уҡ һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән комплекслы эш алып барыла.
“Беҙ мәғариф системаһын әүҙем үҫтерәбеҙ, уның инфраструктураһын нығытабыҙ. Балаларға күп яҡлы сифатлы белем бирергә теләйбеҙ. Улар рус, туған һәм сит телдәрҙе яҡшы белһен. Хәҙерге заманға тиҙ яраҡлашһын, тормошта ҙур уңыштарға өлгәшһен. Шуның өсөн беҙҙең мәғариф системаһы полилингваль, полимәҙәни белем биреүгә йүнәлтелгән”, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Автор: Рәилә Әптекәева .
Мишкә районы.