Бөгөн беҙҙең музейҙа ҡунаҡта Хазиевтар ғаиләһе булды. Улар музейға буш ҡул менән килмәгән, бик күркәм һәм ҡәҙерле бүләктәр алып килгәндәр. Был ғаиләлә – ихтирамға лайыҡ, эшһөйәр һәм тырыш кешеләр.
Был матур сифаттар уларға ата-әсәләренән күскән. Хасыльян ағай менән Нәфига апай үҙ заманында бик оҫта, эшһөйәр һәм хөрмәтле кешеләр ине. Уларҙың бала-сағаға биргән тәрбиәһе һәм үҙ өлгөһө балаларына ла яҡшы йоғонто яһаған.
Фатима Хасыльян ҡыҙы менән Ринат Хасыльян улы ситтә йәшәһәләр ҙә, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Субботниктарҙа йәки ауылда мәҙәни саралар үткәрелгәндә, улар һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып торалар, тыуған яҡтарына битараф түгелдәр.
Ә Рафига Хасыльян ҡыҙы ауылда, төп нигеҙҙә донъя көтә. Ул туғандарын һәм ҡунаҡтарын һәр ваҡыт йылмайып, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Рафига ла ата-әсәһе кеүек бик оҫта, булдыҡлы һәм тырыш кеше.
Хазиевтар ғаиләһенә хас сифаттарҙың береһе – ватансылыҡ һәм кешеләргә битараф булмау. Бының асыҡ миҫалы булып уларҙың туғаны Ирек тора, ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның батырлығы ғаиләнең ватанға һөйөүен, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүен күрһәтә.
Хазиевтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм иминлек теләйбеҙ! Музейға күрһәткән иғтибарҙары, изге күңелдәре һәм тыуған яҡҡа булған һөйөүҙәре өсөн уларға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Иреккә лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, еңеү менән тыуған яғына ҡайтыуын теләйбеҙ!
#музейБабичаКигазытамаково #ГодЕдинстваНародовРоссииМишкинскийРДК #ГодБольшойиДружнойСемьиМишкинскийРДК#родБабичей#170летиеКигазытамаково