Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июня , 07:25

Ҡөрьән Кәримдең асҡысы — Әл-Фатиха сүрәһе

Уны һәр мосолман белергә һәм дөрөҫ уҡырға тырыша. Әйҙәгеҙ, бергәләп ятлайыҡ.    

Әл-Фатиха — Ҡөрьәндең тәүге һәм иң мөһим сүрәләренең береһе. Уны һәр мосолман белергә һәм дөрөҫ уҡырға тырыша. Әйҙәгеҙ, бергәләп ятлайыҡ.

Әғүүҙү билләәһи минәш-шәйтаанир-ражииим. Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.

Әлхәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Әррахмәәнир-рахиим. Мәәлики йәүмиддиин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғиин. Иһдинәс сыйраатал мүстәҡиим. Сыйраатал ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мәғдууби ғәләйһим үәләәддааааллиииин.

Иғтибар итегеҙ:

«Ражиим» һүҙендәге ж өнө ғәрәпсә дж-ға яҡын итеп уҡыла: раджим.

«Үәләәддааааллиииин» һүҙендәге д өнө тел осон тештәр араһына яҡын ҡуйылып, ҙ менән д араһындағы өндө хәтерләтә: үәләәҙҙааааллиииин.

Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәнде дөрөҫ уҡырға, аңларға һәм уның менән йәшәргә насип итһен. Әмин.

Сығанаҡ: "Иман нуры" төркөмө. 

 

 
Ҡөрьән Кәримдең асҡысы — Әл-Фатиха сүрәһе
Ҡөрьән Кәримдең асҡысы — Әл-Фатиха сүрәһе
Автор:
Читайте нас