Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июня , 07:15

Позывнойҙы уға хеҙмәттәштәре ҡуша

Рацияларҙың һәм спутник телефондарының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеге, хәрби элемтәсенең тырышлығы һөҙөмтәһендә меңәрләгән яугирҙәрҙең ғүмере һаҡлап ҡалына.

Позывнойҙы уға хеҙмәттәштәре ҡушаПозывнойҙы уға хеҙмәттәштәре ҡуша
Позывнойҙы уға хеҙмәттәштәре ҡуша

Нуриман районының Иҫке Күл ауылынан “Башҡорт” позывнойлы егет армияла хеҙмәт осоронда  хәрби элемтәсе профессияһын үҙләштерә. 2021- 2022 йылдарҙа  ул махсус элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Армиянан ҡайтҡас, Өфө моторҙар етештереү асыҡ акционерҙар берекмәһенә шымартыусы булып эшкә урынлаша. Махсус хәрби операция башланғас, ул үҙенең ситтә тороп ҡала алмаясағын  аңлай.  Барыһын да уйлап, ныҡлы ҡарарға килә – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар сафына баҫа.

Яҡташыбыҙға “Башҡорт”  позывнойын хеҙмәттәштәре  бирә. Яугирҙең әйтеүенсә, уның өсөн бындай позывнойҙы йөрөтөү оло хөрмәткә тиң, исем уға бәләкәй Ватанын  һәм ғаиләһен хәтергә төшөрә.

– Хеҙмәттәштәрем менән яҡшы мөнәсәбәт булдырылды. Иң хәүефле мәлдәрҙә лә бер-беребеҙҙе ташламайбыҙ, – ти “Башҡорт”. – Һуғыш шарттарында һәр беребеҙ ышаныслы элемтәнең ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай. Рацияларҙың һәм спутник телефондарының өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә меңәрләгән яугирҙәрҙең ғүмере һаҡлап ҡалына.

Төп бурыстарҙан аҙ ғына бушаған саҡта “Башҡорт” хеҙмәттәштәренә техника һәм ҡорамалдарҙы ремонтларға ярҙам итә. Тракторсы-машинист һәм иретеп йәбештереү оҫтаһы күнекмәләренә эйә булыуы бында ла ярап ҡуя. Иҫке Күл мәктәбендә уҡығанда ошо һөнәрҙәрҙе үҙләштереүенә ул бик ҡәнәғәт.

–Бер-береңә ярҙам итеү  – хәрби берҙәмлектең нигеҙе. Бында “мин” юҡ, ә “беҙ” генә бар. Алғы һыҙыҡтағы кешеләр илдең яҡты киләсәге  өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй, – ти “Башҡорт”.

Яугирҙе өйҙә һағынып көткән ҡатыны һәм улы бар. Улар менән йыш бәйләнешкә сығырға, хәлдәрен белергә тырыша. Үҙенең һау-сәләмәт булыуын яҡындарына белдереү уның өсөн бик мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

 

Фото: “Красный Ключ.НурИман”  гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас