

Тиҙҙән беҙҙең Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының Совет майҙанындағы төп сәхнәһе хедлайнерҙары асыҡланды.
Хедлайнерҙар:
24 июнь – Марина Девятова, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы;
25 июнь – “Ай Йола” фолк-төркөмө,
26 июнь – «Zainetdin» этно-шоуы.
Был турала кисә БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәхисламов, министр урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Милли музей директоры Рөстәм Исхаҡов, Өфөнөң Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы начальнигы Айгөл Хәсәнова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев менән директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында хәбәр иттеләр.
Фотоларҙа: матубғат конференцияһында; Зәйнетдин.
Фото: Рәмил Нафиков.
https://amanat.su/news/novosti/2026-06-10/kemd-r-balalar-folkloriada-y-hedlayner-ary-bulyr-4716233