

Бор ҡыярҙың тәмен яҡшырта, йәшелсәнең үҫешен стимуллаштыра.
Бор кислотаһын ҡыярҙы миҙгелгә өс тапҡыр туҡландырыу өсөн ҡулланабыҙ.
Әҙерләү өсөн 10 литр һыуға 5 г порошок алабыҙ.
Әгәр ҡыярҙа калий етешмәү билдәләре булһа (емештәре һарғылт төҫтә һәм груша формаһында, ә япраҡтың сиге һарғая һәм аҫҡа төшә), борға калий ҡушабыҙ. Бының өсөн 1 л ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы бор кислотаһы бүлеп, ярты сәй ҡалағы марганцовка кристалы өҫтәйбеҙ.
Әҙерләгән һыу эретмәһенә 10 литрға тиклем һыу өҫтәйбеҙ һәм ҡыярҙың төбөнә ҡоябыҙ.
Уңышыбыҙ мул булһын!
Фото Р. Хисаева
https://vk.com/wall-37933420_90141