Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
10 Июнь , 06:50

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған

Ошо күләмле сарала гимндың премьераһы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Фольклориадаға арналған матбуғат конференцияһында.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылғанБашҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған
 
 

23-27 июндә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында ошо ваҡиғаға арналған гимн яңғыраясаҡ.

– Гимндың авторҙары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов, ә һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина яҙған, – тип һөйләне республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина. – Гимн Өфө ҡалаһының балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең йыйылма хоры башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йәмғеһе 200 кеше ҡатнаша, бының өсөн барыһына ла рәхмәт әйткем килә.

Беҙ Өфөлә Балалар фольклориадаһы башланыу көнөнә кире иҫәп асылыуын хәбәр иткәйнек. Быйыл ойоштороу комитеты илдең 80 төбәгенән 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны һайлап алған, улар иҫәбендә – үҙ төйәгенең фольклор традицияларын үҙләштереүсе ижади коллективтар һәм солистар (Саха (Яҡут) Республикаһынан Калининград өлкәһенә һәм Луганск Халыҡ Республикаһына тиклем).

 
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Автор: Ләйлә Аралбаева
Источник: Башинформ
 
Автор:
Читайте нас