Йәнтөйәк
+13 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
9 Июня , 08:30

Мишкәлә юлдар яңыра

Милли проекттарҙың ярҙамы ҙур.    

Мишкәлә юлдар яңыраМишкәлә юлдар яңыра
Мишкәлә юлдар яңыра

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) Өфө - Бөрө – Яңауыл трассаһында Мишкә районы биләмәһендә 4 километрҙан ашыу юл ремонтланған, тип хәбәр итә төбәктең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Сосновка һәм Октябрь ауылдары араһындағы участкала эшселәр асфальтты яңыртты. Хәҙер уларға юл ситтәрен нығытырға, разметка эшләргә ҡалды.

-Өфө - Бөрө – Яңауыл трассаһы Башҡортостандың  әһәмиәтле транспорт артерияларының береһе. Ул Рәсәйҙең мөһим юл селтәренә ҡарай. Был юлда трафик тәүлегенә 24 мең машина тәшкил итә, - тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Өфө - Бөрө - Яңауыл юлында барлығы быйыл 28 километр юлды ремонтлау планлаштырыла. Бөрө, Борай, Ҡалтасы, Мишкә һәм Яңауыл райондарында 8 юл участкаһы тәртипкә килтереләсәк. Был эштәрҙе 2026 йылда тамамлау ниәтләнә.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты торлаҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

 

Автор фотоһы.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас