Йәнтөйәк
+13 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
9 Июня , 02:15

Хәрәкәттә – бәрәкәт

Беҙҙән көс тә, аҡса ла талап итмәгән бурыс бар...

Хәрәкәттә – бәрәкәтХәрәкәттә – бәрәкәт
Хәрәкәттә – бәрәкәт

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 8- 14 июндә  Физик әүҙемлектең мөһимлеге тураһында мәғлүмәт биреү аҙнаһы үткәреүҙе иғлан итте.  Маҡсаты – сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә һәм ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа хәрәкәттең роле тураһында белемде арттырыу. Сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы үткәрелә. Граждандарҙа сәләмәтлектәренә яуаплы ҡараш формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға иғтибар йүнәлтелә. Физик әүҙемлектең түбәнлеге, тәмәке тартыу, һимереү, ҡанда холестерин күплеге һәм ҡан баҫымы юғарылығы менән бер рәттән, сирҙәр хәүефен тыуҙырыусы үҙ аллы фактор булып тора.  

Аҙ хәрәкәтләнеү йөрәк ишемияһы хәүефен – 30, 2-се типтағы шәкәр диабетын – 27, йыуан эсәк  һәм һөт биҙе яман шештәре хәүефен 21-25 процентҡа  арттыра.

 Сәләмәт булыу өсөн ниндәйҙер кимәлдә тырышлыҡ һалырға кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр. Күп осраҡта беҙ ялҡауланабыҙ, эштән ҡайтыу менән телевизор ҡарарға, диванда аунарға, ял итергә яратабыҙ. Көн һайын физкультура менән шөғөлләнергә, мәҫәлән, бассейнға йөрөргә, бер нисә мең аҙым үтергә ваҡытыбыҙ ҙа, теләгебеҙ ҙә юҡ. Барыһы ла үҙебеҙгә бәйләнгән.

 Тәжрибәле невролог, оҙаҡ йылдар медицина профилактикаһы өлкәһендә эшләгән, сәләмәт йәшәү рәүешен йәйелдереү, аңлатыу эштәре буйынса мәҡәләләре менән билдәле Марат Хәйҙәров әйтеүенсә, беҙҙән көс тә, аҡса ла талап итмәгән бурысты үтәү фарыз.

Уның  әйтеүенсә, кеше тәбиғәте буйынса оҙаҡ йылдар һау-сәләмәт йәшәү өсөн яратылған. Тик ҡайҙандыр көтөлмәгән сир-сор  килеп сығып, әҙәм балаһын яфалай, пландарын, яҙмышын селпәрәмә килтерә. “Беҙ күптән күнеккән, унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған цивилизациялы тормоштоң зарарлы яҡтарын йыш ҡына һанға һуҡмаҫҡа, күрмәмеш булырға тырышабыҙ. Сирҙәрҙең бер өлөшө тап ошо беҙҙең “һуҡырлыҡ” менән бәйле.  Шуларҙың береһе – аҙ хәрәкәтләнеү. Ерҙә хәрәкәт географияһы киңәйҙе, әммә мускулдарға кәрәк булған хәрәкәт күләме кәмене. Был сәләмәтлек өсөн бик хәүефле күренеш. Хатта ҡайһы бер белгестәр тарафынан йәйәү йөрөүҙең көндәлек  минимум “доза”һы ла билдәләнде – ун мең аҙым, сама менән ете километр. Кемдең  аҙна эсендә спорт менән даими шөғөлләнергә мөмкинлеге юҡ, ял көндәрендә йәйәү йөрөргә, физкультура менән шөғөлләнергә мөмкинлек табырға кәрәк”, – ти ул.

Табиптар әйтеүенсә, аҙна дауамында кәм тигәндә 150-300 минутлыҡ  йәки 75-150 минутлыҡ интенсив әүҙемлек  талап ителә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

 

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас