

«Урал батыр» эпосы көнө уңайынан Балтас район Мәҙәниәт һарайы фойеһында «Урал батыр» – халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге» исемле түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Сараға китапхана хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы студенттары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм эпос менән ҡыҙыҡһынған йәштәр йыйылды. Осрашыуҙың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бөйөк рухи ҡомартҡыһы булған «Урал батыр» эпосының әһәмиәтен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөү, уның тарихы һәм тәрбиәүи көсө менән таныштырыу ине.
Билдәле булыуынса, «Урал батыр» эпосы тәүге тапҡыр 1910 йылда мәғрифәтсе, фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алына. Әҫәрҙә кешелектең мәңгелек ҡиммәттәре – изгелек һәм ғәҙеллек, тоғролоҡ һәм батырлыҡ, тыуған ергә һөйөү, кешеләр бәхете өсөн үҙ-үҙеңде аямай хеҙмәт итеү кеүек сифаттар сағыла. Шуға күрә лә ул быуаттар үтеүгә ҡарамаҫтан үҙенең әһәмиәтен юғалтмай, киреһенсә, бөгөнгө көндә лә йәш быуын өсөн рухи тәрбиә сығанағы булып ҡала.
Түңәрәк өҫтәл барышында район үҙәк китапханаһының баш китапханасыһы Лиана Әхтәриева, Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Моратова, үҙәк район китапханаһының әйҙәүсе библиографы Зилә Кашапова сығыш яһаны. Улар эпостың барлыҡҡа килеү тарихы, уның йөкмәткеһе, фәлсәфәүи мәғәнәһе һәм башҡорт халҡы мәҙәниәтендәге урыны тураһында һөйләне. Сығыш яһаусылар «Урал батыр»ҙың әҙәби әҫәр генә түгел, ә милләттең рухын һаҡлаусы ҡиммәтле мираҫ булыуын айырыуса билдәләне.
Сарала йәш быуын вәкилдәренең сығыштары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөгөнгө көндә эпосты популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында республика һәм район кимәлендә йыл һайын «Урал батыр» эпосын башҡарыусылар конкурстары үткәрелә. Балтас районы уҡыусылары һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа был бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
Был юлы ла кескәй башҡарыусылар тамашасыларҙы һоҡландырҙы. «Белоснежка» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Аслан Мусин, «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе Амелия Абрарова һәм Иҫке Балтас 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Вилена Фәизова эпостан өҙөктәр һөйләне. Айырыуса алты йәшлек Асландың сығышы күптәрҙе таң ҡалдырҙы. Ул эпостың 140 юлын яттан һөйләп, көслө алҡыштарға лайыҡ булды. Был йәш быуындың милли мәҙәниәткә битараф булмауын, ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың ошо йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып барыуын күрһәтә.
Сараның музыкаль биҙәге булып район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Руслан Ҡабулов башҡарыуындағы «Урал батыр» халыҡ йыры яңғыраны. Йыр осрашыуға айырым рух өҫтәне, эпоста күтәрелгән мәңгелек ҡиммәттәрҙе тәрәнерәк аңларға ярҙам итте.
Түңәрәк өҫтәлде алып барыусы, район мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Ғәлләмова Башҡорт төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжы студенттары өсөн эпосҡа арналған ҡыҙыҡлы викторина үткәрҙе. Студенттар һорауҙарға әүҙем яуап биреп, үҙ белемдәрен һынаны һәм «Урал батыр» тураһында яңы мәғлүмәттәр алды.
Сара аҙағында Балтас районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Шәйесламова сығыш яһаны. Ул «Урал батыр» эпосы көнөн булдырыуҙың мөһимлеген билдәләп, милләттең рухи мираҫы һаҡланған осраҡта ғына уның киләсәге ныҡлы буласағын әйтеп үтте. Шулай уҡ сараны ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
«Урал батыр» эпосы көнөнә арналған был осрашыу халҡыбыҙҙың рухи тамырҙарына тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бирҙе. Боронғо эпоста данланған батырлыҡ, ғәҙеллек, мәрхәмәтлек һәм тыуған ергә тоғролоҡ кеүек ҡиммәттәр бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Ошо ҡомартҡыны һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү – һәр беребеҙҙең изге бурысы.
Фирғәт Нәбиуллин.
Балтас районы.