

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы нигеҙендә 8 июнь республикала “Урал батыр” эпосы көнө булараҡ билдәләнә. Был көндә район-ҡалаларҙа күп саралар үткәрелә. Өфөлә үткән “Китап байрамы” IV халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантанаһында Радий Фәрит улы йәш сәсәндәр һәм “Урал батыр” эпик хикәйәһен башҡарыусыларҙың XXVIII төбәк-ара конкурсында абсолют еңеүсе, Гран-при эйәһе — Борай 3-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Эльза Әхмәтханованы бүләкләне.
“Урал батыр” эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — халыҡ ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа был жанр әҫәрҙәре менән бер дәрәжәлә тора. Эпоста халыҡ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, тыуыу, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған. Бынан тыш, республикалағы тауҙар, йылғалар, күлдәр атамалары ла эпоста сағылыш тапҡан. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Урал батыр” эпосы — тормош китабы.
Йәш сәсәндәрҙең һәм “Урал батыр” эпик хикәйәһен башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан 1996 йылдан башлап йыл һайын әкиәтселәр, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, “Урал батыр” эпосын популярлаштырыу, башҡорт халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләрен һаҡлау һәм таратыу маҡсатында үткәрелә.
Конкурс бер нисә этапта (мәктәп, муниципаль, төбәк) үтә һәм йомғаҡлау этабына (төбәк-ара) иң талантлы, әҙерлекле ҡатнашыусылар саҡырыла. Улар араһында әкиәт һәм сәнғәт донъяһына беренсе аҙымдарын яһаған мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла бар. Быйыл конкурстың йомғаҡлау этабында Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур, Силәбе өлкәләренең, Татарстан Республикаһының мәктәпкәсә һәм дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары һәм театр коллективтары ҡатнашты.
Конкурста ҡатнашыу шарттары ябай түгел. Яңғыҙ башҡарыусыларға “Урал батыр” эпосынан мөмкин тиклем күберәк юлды ятларға һәм яттан һөйләргә — эпос үҙе 4500 юлдан тора, башҡорт халҡы сәсәндәренең традицияларын һаҡлап, башҡарыу оҫталығын күрһәтергә кәрәк. Балалар эпосты бәләкәйҙән өйрәнә башлай һәм йыл һайын йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, өйрәнгән юлдар һанын арттырып, үҙ оҫталыҡтарын камиллаштыра.
Конкурстың абсолют еңеүсеһе Эльза Әхмәтханованың һүҙҙәренә ҡарағанда, күптән көтөлгән еңеүгә ул дүртенсе ҡатнашыуҙан өлгәшкән һәм бәйгеселәрҙе, жюри ағзаларын эпосты башҡарыу оҫталығы менән генә түгел, ә аудиторияны яулау һәләте, тауыш һәм рух көсө менән дә хайран ҡалдырған. Максатсан ҡыҙ “Урал батыр” эпосын тулыһынса өйрәнгән. Эльзаның остазы һәм етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Әлфит ҡыҙы Йәғәфәрова.
— Эльза бик тырыш, әүҙем, асыҡ күңелле, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүсе һәм призер булған уҡыусы. Хәтере яҡшы. Ҡуйған маҡсатына ирешергә тырыша. Әүҙем тормош рәүеше алып бара, бейергә ярата. Быйыл ул 11-се класты яҡшы билдәләргә генә тамамланы һәм уның алдында Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыу тора. Үткән йылда ошо конкурстың төбәк-ара этабында беренсе урынға ирешһә, быйыл тулыһынса ятланы. Уҡыусым менән ғорурланам, уға киләсәктә лә уңыштар теләйем. Шуны ла өҫтәп әйткем килә, “Урал батыр” эпосы — ул тормош китабы. Унда дидактика ла, философия ла бар. Уны уҡыған, ятлаған бала бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмаясаҡ, — ти юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зимфира Әлфит ҡыҙы.
Эпос менән Эльза башланғыс кластарҙа уҡығанда ҡыҙыҡһына башлай. Ул ваҡытта башҡорт теленән Рита Ғаязова уҡыта. Уҡытыусыһы дәрестә “Урал батыр” эпосын беренсе уҡығанда уҡ ҡыҙыҡайҙа был әҫәргә ҡарата айырыуса ҡыҙыҡһыныу уяна.
— “Урал батыр” эпосын бик яратып ятланым. Эпос буйынса конкурстарҙа йөрөп, башҡаларҙың ятлағандарын күреп, үҙемә еңеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙым һәм теләгемә ирештем. Ҡыҙҙар, малайҙар “Урал батыр”ҙы өйрәнһен, уҡыһын, ятлаһын ине. Еңеүҙәргә ирешеүемдә уҡытыусыларым Рита Әхмәт ҡыҙына, Зимфира Әлфит ҡыҙына рәхмәтлемен. Улар миңә шундай матур донъяны — боронғо ата-бабаларыбыҙҙан килгән камил әҫәрҙе асты, миңә ышанды, тасуири итеп һөйләргә өйрәтте, еңеүҙәремә ысын күңелдән һөйөндө. Хөрмәтле остаздарыма киләсәктә лә шундай ҙур еңеүҙәргә ирешкән уҡыусылары булыуын теләйем, – ти Эльза.
Төбәк-ара конкурстың номинациялары бихисап ине: эпосты яңғыҙ башҡарыу, эпостан өҙөктәрҙе йәки башҡа эпик әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү, “Урал батыр”: заманса ҡараш (йәнһүрәттәр, уйындар, пазлдар, яһалма интеллект ҡулланып эпос буйынса юл күрһәткестәр)”, “Урал батыр” эпосының иң яҡшы белгесе” олимпиадаһы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында төбәк этаптың “Яҡшы нәтижәләр күрһәткәне өсөн” номинацияһына Салҡаҡ урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Гөлназ Мөнирова ла (етәксеһе Ә. Мөнирова) лайыҡ булды. Ә эпостан өҙөк сәхнәләштереү номинацияһында Борай 1-се урта мәктәбенең Азалия Вәлиева, Аделина Әхмәрова, Роксана Ванарх һәм Алмаз Яхиндан торған театраль коллектив (етәкселәре А. Мостафина, В. Арысланова, Р. Усаева) призерҙар булып, 30 майҙа “Китап байрамы” IV халыҡ-ара китап йәрминкәһенең төп сәхнәһендә тантаналы ябыу сараһында бүләкләнде.
— “Урал батыр” эпосы мәктәп программаһына индерелгән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дәрестәрҙә ул бик аҙ уҡытыла. Беҙ уны уҡыусылар менән дәрестән тыш өйрәнәбеҙ. Иң һөйөнөслөһө шул, уҡыусылар үҙҙәре теләк белдереп ятлай, сәхнәләштерә. Беҙҙең Борай 1-се урта мәктәбе уҡыусылары йыл һайын эпос буйынса йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашып, төбәк-ара этапта еңеүҙәр яулай. Халҡыбыҙҙың ошо бөйөк ҡомартҡыһын һаҡлауҙы, өйрәнеүҙе Указ менән нигеҙләп, айырым көн булдырғаны өсөн Радий Фәрит улына, беҙ, уҡытыусылар, бигерәк тә рәхмәтлебеҙ. Был — эпосҡа иғтибар артыу, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлау, тигән һүҙ, – ти Борай 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, мәктәптең туған телдәр буйынса методик ойошмаһы етәксеһе Айгөл Мостафина.
Ысынлап та, “Урал батыр” эпосын республикала йәшәгән һәр кем белергә тейеш. Башҡорт халҡының тарихын ғына түгел, үҙенсәлеген, телдең матурлығын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, бала тәрбиәләү өлгөләрен, топонимик атамаларҙың сығышын — һәммәһен үҙ эсенә һыйҙырған был әҫәр Башҡортостаныбыҙҙың ете мөғжизәһенең береһе булыуы менән дә әһәмиәтле. Уны өҫтәл китабы итеп ҡулланырға кәрәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан календарҙа айырым көн булдырыу эпостың ҡәҙерен тағы ла арттыра.
Фекер
Рәмилә Солтанова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы:
— Борай районында 10 мәктәптә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ уҡытыла. Шулай уҡ балалар баҡсаларында ла кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнә. Уҡыусылар башҡорт теле буйынса үткәрелгән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, шиғырҙар, йырҙар ятлай. Һуңғы еңеүҙәрҙән Борай 3-сө урта мәктәбенең 9 А класы уҡыусыһы Гүзәл Мөхәмәҙиева (уҡытыусыһы Лилиә Ғәйнетдинова) башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призер булды. “Башҡортостан ынйылары” республика конкурсында Борай 2-се гимназияһы уҡыусылары номинант исемен алды. Ә инде “Урал батыр” XXVIII конкурсының төбәк-ара этабында беҙҙең район уҡыусыһы Эльза Әхмәтханованың — Гран-при эйәһе, театраль коллективтың призер булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы хәл. Ғөмүмән, “Урал батыр” эпосы буйынса үткәрелгән конкурста Борай районы уҡыусылары йыл һайын еңеүселәр рәтендә була. Был — балаларҙың ошо тарихи ҡомартҡыны балалар баҡсаларынан уҡ өйрәнеп, мәктәп осоронда ныҡлап ятлауы, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең тырышлығы нәтижәһе.
Венера Арысланова.