Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Июня , 17:00

"Урал батыр" эпосы көнөн күтәренке рухта ҡаршы алалар

Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендәге  “Ал елкәндәр”  лагерында “Урал батыр” эпосы көнөнә бағышлап, бик матур, тәрән  йөкмәткеле һәм фәһемле, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек менән һуғарылған сара үткәрәләр.

"Урал батыр"  эпосы көнөн  күтәренке рухта ҡаршы алалар"Урал батыр"  эпосы көнөн  күтәренке рухта ҡаршы алалар
"Урал батыр" эпосы көнөн күтәренке рухта ҡаршы алалар

Көн  һәр ваҡыттағыса гимнастика менән башлана. Артабан  “Уңыш артынан ҡыуыусылар”  отряды уҡыусылары “Урал батыр” эпосынан өҙөктө  ҙур оҫталыҡ менән сәхнәләштерә. Бөгөнгө тормошта эпостың ниндәй роль уйнауы хаҡында бергәләп фекер алышалар. Һөҙөмтәлә, балалар эпостың фольклор ҡомартҡыһы ғына түгел,  ә мәңгелек ҡиммәттәр һалынған фәлсәфәүи әҫәр  тигән һығымтаға килә: Тыуған илде һөйөү, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү, тәбиғәтте һаҡлау.

“Урал батыр” эпосынан өҙөктө яттан һөйләү буйынса ла көс һынаша балалар. Нияз Ғәлиев еңеүсе була.

 Байрам һуңында бергәләп “Урал батыр” әкиәтен ҡарайҙар.

Бына шулай, “Ал елкәндәр”  лагерында “Урал батыр” эпосы көнөн рухлы саралар үткәреп, матур итеп ҡаршылайҙар.

 Афарин, уҡыусылар! Артабан да шулай телһөйәр һәм илһөйәр булып ҡалығыҙ!

 

"Урал батыр"  эпосы көнөн  күтәренке рухта ҡаршы алалар
"Урал батыр"  эпосы көнөн  күтәренке рухта ҡаршы алалар
"Урал батыр"  эпосы көнөн  күтәренке рухта ҡаршы алалар
"Урал батыр" эпосы көнөн күтәренке рухта ҡаршы алалар
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас