

Унда Башҡортостан Республикаһының 20 муниципаль берәмегенән 24 команда йыйылды.
Ҡатнашыусылар иҫәбендә физик культура уҡытыусыһы Ралит Вәлиев етәкселегендә М.Ғ. Ғәбитов исемендәге Ҡышлауйылға ауылы мәктәбе уҡыусылары бар ине. 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге уҡыусылар етәкселәре менән бергә ялан лагеры ҡоршай.
Ярыштар башланғандан алып көн һайын танышыуҙар, осрашыуҙар, күнекмәләр, дистанциялар үтеү, еңеүҙәрҙән тыуған шатлыҡ-ҡыуаныстар һәм хаталар өҫтөндә эш менән тулылана.
Бында дуҫлыҡ һәм берҙәмлек барлыҡҡа килә. Балалар спорт ориентиры, ҡатнаш көс күнегеүендә, янғын эстафетаһында, кроста, беренсе ярҙам күрһәтеүҙә, ҡаршылыҡтар һыҙатында, шулай уҡ эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә бөтә белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә. Иң ауыр маршруттарҙың береһе булып йәшәү маршруты тора. Барыһын да травмаһыҙ еңеп сығалар.
Шулай уҡ Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре буйынса викторинала, команданы тәҡдим итеү конкурсында һәм иң яҡшы стена гәзитенә ярышта белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтә.
Беҙҙең команда дөйөм зачетта еңеүселәр исемлегендә булмаһа ла, һәр дистанцияны яҡшы, лайыҡлы уҙып, үҙҙәрен көслө, берҙәм команда булараҡ таныта.
Ә Рәмилә Әхмәтғәлиева иһә 15-17 йәшлектәр араһында бер километрға йүгереп, икенсе урын яулай. Афарин!
Ярыштарҙа еңеүселәр 20 июндән 26-на тиклем Мордва Республикаһында төбәк-ара ярыштарҙа Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.