

Ауыл старостаһы Фидәрис Фәтхуллин етәкселегендә урындағы ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәм ирҙәр бергәләшеп сираттағы өмә үткәрә.
Тәүҙә ауыл уртаһында урынлашҡан балалар майҙансығы янында үләнде сабып, сүп-сарҙы ла йыя. Ә ирҙәр ватылған ерҙәрен ремонтлап, төҙөкләндерә.
Төлгөҙбаш һәм Яңы Ҡарыш ауылы зыяраттарында ла өмә ойошҡан рәүештә уҙа. Үләнде сабып, йыйып, түгәләр.
Мәңгелек йорттар территориялары иркенәйеп, таҙарып ҡала.
Афарин, төлгөҙбаштар!
Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ мең сауап булып кире ҡайтһын үҙегеҙгә!
Наилә Имаева.