Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Июня , 03:25

Бөгөн Асҡында Һабантуй гөрләй!

Бөгөн Асҡын ауылында халыҡ көтөп алған Һабантуй байрамы гөрләп уҙа.

Һабантуй - беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул ысын халыҡ байрамы, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Асҡындар  ҡунаҡтарҙы йола буйынса йыр-моң, икмәк-тоҙ, сәк-сәк, ҡымыҙ менән  ихлас  ҡаршы алды.

Артабан бергәләп байрам йәме булған тирмәләрҙе, кәсепселәр ихаталарын, тематик майҙансыҡтарҙы ҡарап сыға.

Тантаналы өлөштә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһалып, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнәсәк.

Шулай уҡ бөгөн  иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар билдәләнәсәк.

 Һабантуйға килеүселәрҙе сағыу концерт  программаһы көтә.

 Бөгөн һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табасаҡ, күңел асып һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта аласаҡ.

Наилә Имаева.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас