Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
6 Июня , 16:20

Һабантуйҙың концерт программаһы йыр-бейеү байрамына әүерелде

Район халҡы һәм байрам ҡунаҡтары саҡырылған йондоҙҙарҙың иң сағыу сығыштарын ҡарап һоҡланды.

Һабантуйҙың концерт программаһы йыр-бейеү байрамына әүерелдеҺабантуйҙың концерт программаһы йыр-бейеү байрамына әүерелде
Һабантуйҙың концерт программаһы йыр-бейеү байрамына әүерелде

Тамашасыларҙы үҙенең ижады менән яҡташыбыҙ, билдәле автор-башҡарыусы Жәлил Ғәйбәҙуллин һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Нәбиуллин етәкләгән Евразияның атҡаҙанған коллективы — «Байрам» халыҡ бейеү ансамбле әсир итте.
«Байрам» ансамбленең йәш һәм дәртле егеттәре һәм ҡыҙҙары «Ағиҙел буйында» хореографик композицияһын, шулай уҡ «Киске уйындар» татар, мари, кавказ һәм рус халыҡ бейеүҙәрен сағыу һәм дәртле итеп башҡарҙы. Артистарҙы тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатты.
Жәлил Ғәйбәҙуллиндың күңелгә үтеп инерлек йырҙары яҡташтарына ысын байрам бүләге булды.
Шулай уҡ район Мәҙәниәт йорто артистарының, үҙешсән сәнғәт вәкилдәренең һәм байрамға ҡайтҡан яҡташтарҙың сығыштарын да тамашасылар бик йылы ҡабул итте, алҡыштарға күмде.
Тамашасылар, кесеһенән алып өлкәненә тиклем, яратҡан көйҙәргә ихлас ҡушылып йырланы һәм артистар менән бергә бейене.
Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас