Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Июня , 05:35

Яугирға — яңы фатир асҡысы

Хеҙмәттән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яғына ҡайтҡан яугир өсөн был көн икеләтә шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Ил именлеген һаҡлап йөрөгән егет күптәнге хыялына — үҙ торлағына эйә булды.

Яугирға — яңы фатир асҡысыЯугирға — яңы фатир асҡысы
Яугирға — яңы фатир асҡысы

 

Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Гидро” позывнойлы райондашыбыҙға яңы фатир асҡысын тапшырҙы.

Хеҙмәттән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға тыуған яғына ҡайтҡан яугир өсөн был көн икеләтә шатлыҡлы ваҡиғаға әүерелде. Ил именлеген һаҡлап йөрөгән егет күптәнге хыялына — үҙ торлағына эйә булды.

Фатир дәүләттең етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы сиктәрендә бирелгән. Тантаналы мәлде хәрбиҙең һеңлеһе Алина ла уртаҡлашты. Яңы йорт асҡысын ҡулына алғанда ул  әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хистәрен кисерҙе.

Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап хеҙмәт иткән егеттәрҙең тыныс тормошҡа ҡайтыуы, үҙ йортон булдырыу мөмкинлеге алыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Был дәүләттең хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ҡарата хәстәрлек күрһәтеүенең асыҡ миҫалы булып тора.

— “Гидро”ны һәм башҡа яугирҙарыбыҙҙы Еңеү менән көтәбеҙ. Яңы фатир менән ихлас ҡотлайым. Хеҙмәтендә уңыштар, имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, — тип яҙҙы Илгиз Әхүәс улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Балтас районы буйынса социаль координаторы Гөлшат Нурҡаева билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала.

— Ватанды һаҡлаған егеттәребеҙҙең тыныс тормошҡа ҡайтыуы, көнкүреш һәм торлаҡ мәсьәләләренең ыңғай хәл ителеүе беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Яңы фатир — ул бары тик күсемһеҙ милек кенә түгел, киләсәккә ышаныс, ғаилә ҡороу һәм яңы тормош башлау өсөн ныҡлы нигеҙ, — тине ул.

Яугирға тапшырылған яңы йорт асҡысы — дәүләт ярҙамының аныҡ һөҙөмтәһе генә түгел, ә ил һағында торған егеттәргә ҡарата ихтирам һәм рәхмәт билдәһе лә. Бындай шатлыҡлы мәлдәр Ватан һаҡсылары батырлығының юғары баһаланыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Яугирға — яңы фатир асҡысы
Яугирға — яңы фатир асҡысы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас