

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Республика етәкселеге лә был тармаҡҡа айырым иғтибар бүлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙар менән даими осрашыуҙар үткәрә. “Осрашыуҙарҙың асыҡ характерҙа булыуы мөһим. Республикала бизнесҡа ҡағылышлы төрлө ярҙам саралары ғәмәлдә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең өсөн кире бәйләнеш булдырыу мөһим. Бындай осрашыуҙарҙа ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙарҙы йомғаҡлау протоколдарына индереп, уларҙың үтәлешен контролдә тотасаҡбыҙ”.
Март аҙағында Иҫке Балтаста “Своя кухня” тип аталған заманса кафе-пекарня тантаналы асылды. Сарала район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та ҡатнашып, кафеның эшмәкәрлеге менән танышты.
Яңы туҡланыу нөктәһе хужалары — Тәтешле районынан килгән йәш эшҡыуарҙар, ирле-ҡатынлы Диана һәм Ринат Мансуровтар. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район халҡының ихтирамын яулап өлгөрҙө: биреләге ризыҡтарҙың сифаты һәм төрлөлөгө күптәрҙе йәлеп итә.
Кафе-пекарня кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешендә ғәмәлгә ашырыла торған программалар сиктәрендә, айырым алғанда, “Башҡортостандың төбәк лизинг компанияһы” ярҙамы менән асылған. Әлеге ваҡытта бирелә ете кеше эш менән тәьмин ителгән.
“Своя кухня”ла тәҡдим ителгән ризыҡтар ассортименты киң: төрлө ҡамыр, татлы кондитер ризыҡтары, хуш еҫле икмәк-булкалар, ҡайнар һәм һалҡын аштар — барыһы ла шунда уҡ, яңы ғына бешерелеп, ҡунаҡтарға тәҡдим ителә. Бынан тыш, билмән, манты, ваҡ бәлеш, котлет, голубцы кеүек ярым фабрикаттар ҙа даими рәүештә Тәтешле районындағы үҙ цехтарынан килтерелә. Был иһә продукцияның сифатын контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
Бинаның беренсе ҡатында 40 урынлыҡ уңайлы кафе урынлашҡан. Икенсе ҡатта 80 кешегә иҫәпләнгән иркен банкет залы булдырылған. Унда ғаилә байрамдары, туйҙар, юбилейҙар һәм башҡа тантаналарҙы үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған.
Кафе-пекарня етәксеһе Диана Мансурова әйтеүенсә, улар үҙ эшен 2018 йылда башлап ебәргән. Хәҙер Тәтешле районында ла уңышлы эшләп килгән кафе, пекарня һәм ярым фабрикаттар етештереү цехтары бар.
– Беҙҙең төп маҡсат – халыҡҡа үҙебеҙ етештергән сифатлы һәм тәмле ризыҡтар тәҡдим итеү. Клиенттарҙың ышанысы һәм яҡшы баһаһы — беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк, – ти эшҡыуар.
Кафе-пекарняны асҡан саҡта Илгиз Субушев яңы объект менән танышып, эшҡыуарҙарҙың киләсәккә пландары хаҡында һорашты. Ул муниципалитеттың эшҡыуарлыҡ башланғыстарына артабан да ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.
– Бик матур һәм заманса итеп эшләнгән урын. Ризыҡтарҙың төрлөлөгө лә һоҡландыра. Иң мөһиме – хаҡтар ҙа халыҡ өсөн ҡулай, – тине район етәксеһе.
“Своя кухня” кафе-пекарняһының асылыуы – районда эшҡыуарлыҡтың уңышлы үҫешеүенә асыҡ миҫал. Бындай проекттар халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын арттырыу менән бергә яңы эш урындары булдырыуға, урындағы иҡтисадты нығытыуға һәм ауыл биләмәләренең үҫешенә лә булышлыҡ итә.
Фекер
Диана Әхтәмова, райондың бизнес-шерифы:
– Районда йәш эшҡыуарҙарҙың үҙ эшен башлап ебәреүе һәм уны уңышлы үҫтереүе беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. “Своя кухня” кеүек проекттар яңы эш урындары булдыра, хеҙмәт күрһәтеү сифатын күтәрә һәм райондың иҡтисади ҡеүәтен нығыта. Иң мөһиме – йәштәр ауыл ерендә лә уңышлы бизнес ойошторорға мөмкин булыуын үҙ өлгөһөндә күрһәтә.
Фирғәт Нәбиуллин.