Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Июня , 07:00

Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы

Башҡортостан Башлығы гранты киләсәк менән үткәнде бәйләй.

Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫыҺәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы
Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы

Күптән түгел Бөрөлә Башҡортостандың мәҙәни мираҫын быуындан-быуынға тапшырыу һәм уның йәштәр өсөн тере тарихҡа әйләндереү юлында тағы бер аҙым яһалды. Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы командаһы тарафынан «Башҡорт халҡын данлайым: Һәҙиә Дәүләтшина» белем биреү этнотурының экскурсия объекттары асылды. Ул «КультПРОсветъ» автономлы коммерциялы булмаған ойошма фән һәм мәғариф проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы менән берлектә тормошҡа ашырылды.

Мәртәбәле сараны асыу тантанаһында Бөрө районы хакимиәте башлығының  социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Радик Рәүф улы Яфаев, Бөрө ҡалаһы хакимиәт башлығы Юрий Анатольевич Иванов, Бөрө Мәғариф идаралығы начальнигы Андрей Александрович Плотников, Бөрө тарих музейы директоры Антон Андреевич Антонов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең этнология бүлеге мөдире, антропологик реконструкция лабораторияһы етәксеһе Марсель Мөрит улы Маннапов булды.

“Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса 2025 йылда өс конкурс үткәрелде һәм 133 проект яҡлау тапты. Беҙҙең проекттың төп маҡсаты – мәктәп уҡыусыларын һәм студенттарҙы республикабыҙҙың тарихи-мәҙәни байлығы менән таныштырыу. Ул 1 февралдән тормошҡа ашырыла башланы һәм ноябрь уртаһында тамамлау ҡаралған”,  – ти проект авторы, филология фәндәре докторы, профессор Айгөл Айрат ҡыҙы Карамова.

«КультПРОсветъ» проекты ике этапта үтәсәк. Әҙерлек этабы экскурсия маршрутын булдырыуға йүнәлтелгән. Был этапта Һәҙиә Дәүләтшина ҡәберен төҙөкләндереү, һуңғы йылдарҙа йәшәгән йорто эргәһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйыу, яҙыусы йөрөгән китапханаға экспозиция төҙөү, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге сквер булдырыу планлаштырылған.  

Шулай уҡ мәғлүмәт стендтарын QR-кодтар менән йыһазландырыу, эшләп килгән музей-кабинет базаһында интерактив һәм виртуаль музей версияларын булдырыу, «Башҡорт тирмәһе» этно-киңлегендә «Ырғыҙ» романы мотивтары буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләү ҡаралған. 

Төп этапта республиканың Бөрө, Асҡын, Ҡариҙел, Балтас, Саҡмағош, Тәтешле һәм башҡа район уҡыусыларына кәмендә ун тапҡыр экскурсия туры үткәреләсәк. Бынан тыш виртуаль турҙа киң ҡатлам аудиторияһына яҙыусының сәнғәт донъяһын төшөнөргә мөмкинлек биреләсәк.

Бер көндә ике мемориаль таҡтаташтың асылыуы проекттың тәүге һөҙөмтәһе лә инде. Беренсеһе Һәҙиә Дәүләтшинаның Крупская урамында йәшәгән йорт урынын мәңгеләштерһә, икенсеһе яҙыусы исемен йөрөткән урамда юғары уҡыу йортоноң төп корпусы бинаһына ҡуйылды. Шул уҡ  көндә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге сквер асылды. Унда интерактив мәғлүмәт стендтары урынлаштырылған. Улар ҡунаҡтарҙы башҡорт һәм рус телдәрендә Һәҙиә Дәүләтшинаның Бөрө осорондағы тормошо һәм ижады менән ентекләп таныштырасаҡ. “Сквер йөрөү урыны ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә белем биреү майҙансығына әүереләсәк. Был күренекле яҙыусы талантының сығанаҡтарын аңларға теләүселәргә һәм ҡалаға беҙҙең бүләгебеҙ булыр. Әгәр белем биреү этно-экскурсияһынан һуң аудиторияларҙа яҙыусының әҫәрҙәрен уҡыуға, хатта ҡабаттан уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуа икән, башҡорт әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү ихтыяжы барлыҡҡа килә икән, тимәк,  проектыбыҙ ҙа һөҙөмтәле булған, тип әйтә алырбыҙ”, – ти Айгөл Айрат ҡыҙы.

Иҫтәлекле был көндә Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы студенттары әҙерләгән тамаша сарала ҡатнашыусыларҙы 1950 йылдарҙағы Бөрө ҡалаһы мөхитенә алып килде. Әҙәби-музыкаль композицияла Һәҙиә Дәүләтшинаның бик үк еңел булмаған тормош һәм ижад юлына байҡау яһалды. Бынан тыш, әҙибәнең «Ырғыҙ» романында һүрәтләнгән XX быуат башы башҡорттарының көнкүреше һәм традициялары менән танышты. Шулай уҡ фотокүргәҙмә, әҙибәнең яҙыу өҫтәле эргәһендә фотосессия, яратҡан сәскәләре – күк сәскәләрҙән биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе һәр кешене үҙенә ылыҡтырҙы. Мәртәбәле сара яҙыусының бюсына сәскәләр һалыу менән тамамланды.

«Башҡорт халҡын данлайым: Һәҙиә Дәүләтшина» проекты дауам итә. Яңы экскурсия маршруттары, интерактив киңлек ҡаланың брендын үҫтереүгә лә үҙ өлөшөн индерер,  тигән ышаныстабыҙ.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Әлиә Шәрипова фотолары.

Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы
Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы
Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы
Һәҙиә Дәүләтшинаның тере мираҫы
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас