Йәнтөйәк
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
5 Июня , 07:15

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп Константин Климин тәғәйенләнде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән Константин Климин Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде.

Белешмә:

Константин Дмитриевич Климин 1978 йылдың 30 декабрендә Өфөлә тыуған. Мәскәү дәүләт сервис институтын тамамлаған. «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан һөнәри әҙерлек үтеп, «Эшлекле етәкселек итеү мастеры» квалификацияһына эйә була.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1997 йылда «Уфагражданстрой» предприятиеһының Механизацияланған эштәр идаралығында башлай.

1998-2019 йылдарҙа коммерция ойошмаларында төрлө вазифаларҙа эшләй.

2020 йылда Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһы директоры итеп тәғәйенләнә.

2021-2022 йылдарҙа – Башҡортостандың «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһы директоры урынбаҫары – Беларусь Республикаһындағы вәкиле.

2022-2026 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле.

2026 йылда – Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министрының беренсе урынбаҫары.

Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

https://glavarb.ru/ba/news/event/bashortostandy-saua-m-hemttr-ministry-itep-konstantin-klimin-tyenlnde/

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп Константин Климин тәғәйенләнде
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп Константин Климин тәғәйенләнде
Автор:
Читайте нас