Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
4 Июнь , 04:10

Йәш сәсәндәр майҙан тотто

Ҡараяр ауылында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған V Йәш сәсндәр кисәһендә Ҡариҙел районы башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, Ҡараяр ауылы биләмәһендә йәшәүселәр, Унлар Советы ағзалары ҡатнашты.    

Йәш сәсәндәр майҙан тоттоЙәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто

Ҡараяр ауыл биләмәһендә  халыҡ ижадын һөйөүселәр өсөн тәбиғәт ҡосағында сәсәндәр һәм уларҙың остаздары ҡатнашлығында тирә-яҡты өйрәнеүселәр менән осрашыу, экскурсиялар, Ҡараяр мәкәтбендә V Йәш сәсәндәр кисәһе юғары кимәлдә үтте.

Мәктәп буйлап экскурсия,  лагерҙа ял итеүсе балалар башҡарыуында флешмоб, уҡытыусылар һәм балалар милли ансамблдәре сығыштары, халыҡ ижадын өйрәнеүсе белгестәрҙең телмәр тотоуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Йәш сәсәндәр  үҙҙәренең оҫталығын күрһәтте.  

Йыйында ҡатнашыусылар яратҡан «Ҡариҙел» һәм «Йәнтөйәк» гәзиттәренә ярты йыллыҡҡа яҙылыу майҙансығында ла әүҙемлеген күрһәтте.

Ҡатнашыусылар исеменән сараны юғары кимәлдә ойштороп үткәргәне өсөн  район мәғариф бүлеге методисы  Зөлфинә Сафинаға, Ҡараяр ауылы биләмәһе башлығы Рәйсә Солтановаға, Ҡараяр ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе коллективына һәм уның етәксеһе Гөлфирә Хәсәноваға, «Урал» фәнни-мәғариф, мәҙәни һәм социаль башланғыстарҙы үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына, Унлар  ырыуы  Советына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

 

Автор:Марат Бүләков.
 
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Йәш сәсәндәр майҙан тотто
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас