

2024 йылдың 1 декабренән махсус хәрби оперцияла ҡатнашыусыларҙың кредиттары буйынса бурыстарҙы иҫәптән сығарыу тураһында закон үҙ көсөнә ингәйне. Ошо көнгә тиклем бурысты түләтеү тураһында суд акты көсөнә инһә йәки башҡарма производство ҡуҙғатылһа, ваҡыты үткән кредит, автокредит, ипотека, эшҡыуарлыҡты йәйелдереү буйынса бурыстар иҫәптән сығарыла ине.
Контракт төҙөүсе хәрби комиссариатта МХО-ға барыу тураһында ғариза яҙған саҡта шунда уҡ йәки суд приставтарында бурыстарын иҫәптән сығарыу тураһында ғариза яҙырға тейеш.
Рәсәй Федерацияһының айырым закондарҙың акттарына үҙгәрештәр индереүгә ярашлы, РФ Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан кешеләрҙең, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларының 10 миллион һумдан артмаған кредит килешеүе контракт төҙөлгән көндән алып туҡтатыла.
Әгәр бурыс коррупция хоҡуҡ боҙоуына, штраф, коммуналь түләүҙәргә, алиментҡа ҡағылһа, уларҙы иҫәптән сығарыуға иҫәп тоторға ярамай. Улар ваҡытлыса туҡтатылып ҡына тора.