Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
4 Июня , 11:45

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫәсәк

Радий Хәбиров ПМЭФ-та “Союз дәүләте: Беренсе булырға ваҡыт” сессияһында ҡатнашты. 

Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫәсәкБеларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫәсәк
Беларусь менән хеҙмәттәшлек артабан үҫәсәк

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Союз дәүләте: Беренсе булырға ваҡыт” сессияһында ҡатнашты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1999 йылдың 8 декабрендә Рәсәй Федерацияһы менән Беларусь Республикаһы араһында Союз дәүләтен булдырыу тураһында килешеүгә һәм уның ике яҡлы интеграцияның төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләгән положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эш итеү программаһына ҡул ҡуйылды.

Майҙансыҡтың модераторы булып Союз дәүләтенең дәүләт секретары Сергей Глазьев сығыш яһай.

– Беҙҙең сессияны Астаналағы Евразия иҡтисади форумында булған һөйләшеүҙәрҙең дауамы тип ҡарарға мөмкин. Ул саҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин, прогресс бер урында тормай, киләсәкке үҙгәрештәргә әҙер булырға кәрәк, һәм уларҙы тиҙләтелгән иҡтисади үҫеш драйверы булараҡ ҡулланыу яҡшыраҡ, тип билдәләне, – тине Сергей Глазьев. – Бөгөн беҙ Союз дәүләтенең йылдам үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ, иҡтисади үҫештең юғары темптарын һаҡлау һәм уртаҡ инвестицияларҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәрҙе күрәбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – кооперация проекттары селтәрен киңәйтеү, дөйөм хеҙмәттәшлек программаһын тормошҡа ашырыу.

Радий Хәбиров үҙ сығышында беҙҙең республиканың Рәсәй-Беларусь бәйләнештәрендәге мөһим роле тураһында һөйләне.

– Беларусь – Башҡортостандың төп партнеры. Беҙҙә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре, уларҙа уртаҡ тарихыбыҙ, тормош тураһындағы күҙаллауҙарыбыҙ менән бәйле күп эмоциялар бар. Тәүҙә беҙ хеҙмәттәшлек инфраструктураһын, һуңынан кәрәкле институттарҙы булдырҙыҡ. Өфөлә Беларусь Республикаһының Генераль консуллығы асылыуы мөһим ваҡиға булды, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙ иҡтисадтың күп секторҙарында – сәнәғәттә, ауыл хужалығында, фәндә, туризмда һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Хәҙер беҙ Белоруссия яғының финанс инструменттарын ҡуллана башлайбыҙ, ул предприятиеларыбыҙҙы үҫтереү өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр тәҡдим итә. Мәҫәлән, МАЗ һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының электр транспорты етештереү буйынса берлектәге проекты Рәсәйҙә баҙарҙың өстән бер өлөшөн яуларға мөмкинлек бирҙе. Бындай проекттар – киң күләмле хеҙмәттәшлегебеҙҙең яҡшы өлгөһө.

Башҡортостан Башлығы шулай башҡорт-белорус инвестиция кластерын булдырыу башланғысы һәм уға инәсәк ике республика предприятиелары өсөн дәүләт ярҙамы саралары тураһында һөйләне.

Сергей Глазьев был тәҡдимде ҡараясаҡтарын һәм Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумында уны тормошҡа ашырыу варианттарын тикшерәсәген хәбәр итте.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләне.

– Туғандаш төбәк менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙә беҙ диверсификацияланған хеҙмәттәшлек юлын һайланыҡ. Эйе, республиклар араһында тауар әйләнеше юғары. Әммә беҙҙе сәнәғәт кооперацияһы темаһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Шуныһы мөһим, сессияла һөйләгән уңышлы миҫалдар байтаҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Яңы башланғыстар араһында – төҙөлөш техникаһы сығарыу буйынса берлектәге предприятие төҙөү. Беҙ бында үҙ көсөбөҙҙө һәм энергиябыҙҙы йүнәлтергә әҙербеҙ, әммә тәүҙә дәүләт ярҙамы кәрәк буласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас