

Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса, былтыр республика биләмәһендә биш ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән, ете кеше һәләк булған, 383 кеше зыян күргән, 182 кеше ҡотҡарылған. 2025 йылда батып үлгәндәр һаны 75 кеше тәшкил итә, был 2024 йыл менән сағыштырғанда 7,4 процентҡа кәмерәк (2024 йылда - 81 кеше).
Граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында былтыр республикала һыу буйында 366 ял итеү урыны асылған, шул иҫәптән 202 махсус йыһазландырылған пляж теркәлгән, был 2024 йылға ҡарағанда 28 пляжға күберәк (2024 йылда 174 махсус йыһазландырылған пляж булған).Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә республикала 2025 йылда һыу объекттарында 415 кешенең, шул иҫәптән 70 баланың ғүмере ҡотҡарылған (2024 йылда — 322 кеше).
2024 йылдан республикала айырым муниципаль берәмектәре биләмәһендә мобиль ҡотҡарыу һаҡтарын булдырыу буйынса пилот проектын тормошҡа ашырыу башланды.2025 йылдың һыу инеү миҙгелендә 8,3 мең кеше йәшәгән мобиль ҡотҡарыу һаҡтарын файҙаланып, 529 патруль рейдтар үткәрелә.
Былтыр Башҡортостанда 7481 янғын булған - уҙған йылға ҡарағанда 20,8 процентҡа кәмерәк. Уларҙа 191 кеше һәләк булған, был 2024 йылғы кимәлдән 11,6 процентҡа түбәнерәк, 214 кеше йәрәхәтләнгән, был 2024 йылғы кимәлдән 10,1 процентҡа кәмерәк.
2025 йылда Салауат районының Мөрсәлим ауылында, тиҙ төҙөлә торған пневмокаркас модулен ҡулланып, Башҡортостан Республикаһының янғынға ҡаршы хеҙмәтенең яңы янғын һағы подразделениеһы асыла. Республика бюджеты саралары иҫәбенә өс берәмек янғын һүндереү-ҡотҡарыу техникаһы һәм дүрт йөҙөү сараһы һатып алынған. Ирекле янғын һүндереү командаларына ярҙам итеү өсөн 2025 йылда республика аҡсаһы иҫәбенә 11 берәмек тағылма янғын һүндереү техникаһы тапшырыла.
Торлаҡ секторында янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда “Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғынды иҫкәртеүсе” проекты тормошҡа ашырыла. Проектты тормошҡа ашырыла башлаған саҡта граждандарҙың ике категорияһын ғына янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарҙы бушлай алыу мөмкинлегенә эйә булһа, хәҙер уларҙың һаны 16 категорияға тиклем артҡан. 2025 йылда “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләр” категорияһы өҫтәлә. Республикаһы бюджеты иҫәбенә былтыр 58450 автономлы янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал бирелгән.
2025 йылда айырым категорияларҙы йыһазландырыу буйынса пилот проекты тормошҡа ашырылды. Граждандарҙы (ауыр хәлдәрге ғаиләләрҙе) 11 пилот зонаһында – Ауырғазы, Балтас, Бөрө, Благовар, Дәүләкән, Ҡариҙел, Мишкә, Салауат, Стәрлебаш, Өфө һәм Яңауыл райондарында GSM-модуле булған янғын хәбәр итеүселәре менән тәьмин итеү ҡаралған. Пилот проектын тормошҡа ашыра башлағандан алып 713 ошондай хәбәр итеүсе ҡорамал бирелгән, шул иҫәптән 2025 йылда – 173.
Быйыл республикаһы халҡын һәм биләмәһен тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәт именлеген тәьмин итеү өлкәһендә өҫтөнлөклө бурыстар ҡуйылған. Шул иҫәптән:
- Башҡортостан Республикаһы халҡын һәм биләмәһен тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендә яһалма интеллектты индереү;
– махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү,
- шул иҫәптән автономлы янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдар менән тәьмин итеү рәүешендә социаль ярҙам күрһәтеү;
- янғындарҙа һәм һыу объекттарында кешеләрҙең һәләк булыуын иҫкәртеү;
- 729 мең ғаиләне һәм граждандарҙың айырым категорияларын янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамалдар менән тәьмин итеү;
- тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү;
- граждандар оборонаһының һаҡланыу ҡоролмаларының кешеләрҙе ҡабул итеүгә әҙерлеген арттырыуҙы тәьмин итеү;
- граждандар оборонаһы маҡсатында булдырылған запастарҙы ваҡытында яңыртыу.
Андрей НАЗАРОВ, БР Хөкүмәте Премьер-министры:
– Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү буйынса системалы эш төҙөлгән. Алдан иҫкәртеүгә, матди-техник базаны яңыртыуға һәм яуап биреү көстәрен комплекслы үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә былтыр 1800-ҙән ашыу кешенең ғүмере һаҡлап алып ҡалынған.
Лилиә КӘРИМОВА, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Былтыр Ғафури районының Красноусол ауылында профилактик рейд ваҡытында 95 йәшлек тыл хеҙмәтсәне Фәрбиҙә Сәғитулла ҡыҙы Килмөхәмәтоваға янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйҙылар һәм уның нисек эшләүе тураһында аңлаттылар. Быйыл 9 Май байрамы алдынан беҙ йәнә уға барҙыҡ, ҡулайламаның эшен ентекләп тикшерҙек, шулай уҡ янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙөк. Ғөмүмән, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалыу – беҙҙең эшебеҙҙең төп маҡсаты.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.