Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
3 Июня , 11:55

Балалар баҡсаһында — Һабантуй

Асҡын 2-се балалар баҡсаһында ҙур әҙерлек менән Һабантуй гөрләп уҙа!Балалар йырлап-бейеп, халыҡ уйындарын уйнап, төрлө ярыштарҙа көс һынашып, күңел аса. Афариндар!

Балалар баҡсаһында — ҺабантуйБалалар баҡсаһында — Һабантуй
Балалар баҡсаһында — Һабантуй

“Беҙҙең балалар баҡсаһы йәнә балаларҙың шат тауышынан гөрләп  торҙо. Бөгөн беҙ  халҡыбыҙҙың боронғо байрамы —  Һабантуй үткәрҙек!

Сараны асыу тантанаһында  Башҡорт менән Батыр барлыҡ ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Боронғо йола буйынса, барыһы ла  һабансы менән сәсеүселәрҙе көслө алҡыштар менән ҡаршы алды. Кескәйҙәр гөр килеп бүләктәр йыйҙы.

Ә һуңынан Һабантуй йәме — милли уйындар  башланды! Малайҙар һәм ҡыҙҙар  ҡапсыҡ кейеп, йомортҡа һалынған ҡалаҡ тотоп та йүгерҙе,  атта сабышты, тоҡ  менән алышты, таяҡты тартты һәм көршәкте ватты. Ярыштар иҫ киткес күңелле үтте. Балалар  күңелендә байрам матур тәьҫораттар ҡалдырып, оҙаҡ иҫтә һаҡланыр”,  —  тип һөйләне Асҡын 2-се балалар баҡсаһы мөдире Лариса Мөхәмәтшина.

 

Балалар баҡсаһында — Һабантуй
Балалар баҡсаһында — Һабантуй
Балалар баҡсаһында — Һабантуй
Балалар баҡсаһында — Һабантуй
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас