Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
2 Июня , 04:25

Троица — изге байрам

Яңы Бөрмә ауылында иң матур халыҡ байрамдарының береһе — Троицаны сағыу һәм күңелле билдәләнеләр. “Ҡайын — Троица гүзәле” программаһы православие традицияларын, халыҡ йолаларын, йырҙарын, уйындарын һәм изге ниәттәрҙе берләштереп, ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы йыйҙы.

Троица — изге байрамТроица — изге байрам
Троица — изге байрам

 

Сараны Яңы Бөрмә ауылының мәҙәниәт йорто методисы Галина Ғаббасова ойошторҙо. Байрамды үткәреүҙә хеҙмәттәштәре Татьяна Кашина һәм Олеся Чернышова, шулай уҡ район Мәҙәниәт йортоноң автоклубы ярҙамға килде. Байрам менән ауыл халҡын район Советы депутаты, Асҡын районы рустары соборы ағзаһы Алевтина Солодова ҡотланы. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов һәм район Советы депутаттары исеменән ул ауыл халҡына именлек, тыныслыҡ, бәхет теләне, халыҡ йолаларын һаҡлауҙың мөһимлеген билдәләне.

— Беҙ рус халыҡ традицияларын һаҡларға тейешбеҙ, сөнки 2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылы тип иғлан ителде. Ә беҙ күп быуаттар берҙәм һәм татыу йәшәүсе халыҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Алевтина Солодова.

Асҡын районы рустары соборы вәкилдәре байрамдың иң абруйлы ҡатнашыусылары өсөн махсус бүләктәр әҙерләгәйне. Ауылдың иң өлкән кешеһе Зинаида Васильевнаға йәмәғәт тормошонда “ҡайнап” йәшәгәне өсөн рәхмәт әйтеп, бүләк тапшырҙылар. Сараның иң йәш  ҡатнашыусыһы бәләкәй Алина ла иғтибарһыҙ ҡалманы.

Алып барыусылар ҡатнашыусыларҙы Троица байрамының тарихы һәм әһәмиәте менән таныштырҙы, ошо көн менән бәйле боронғо йолалар тураһында һөйләне. Троица, таҙалыҡ һәм тәбиғәттең яңырыу символы булған ҡайынға айырыуса иғтибар бүленә. Боронғо йола буйынса ҡунаҡтар һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ һәм именлек теләп, ҡайын ботаҡтарын төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәй. Байрамда халыҡ йырҙары башҡарҙылар, әйлән-бәйлән уйнанылар, гөлләмәләр бәйләнеләр, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты символлаштырған йолала ҡатнаштылар, шулай уҡ боронғо халыҡ уйындарын иҫкә алдылар.

Конкурстар һәм күңел асыуҙар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡунаҡтар шаян уйындарҙа үҙенең оҫталығын тикшерҙе, төп бүләк ҡайын миндеге булған аукционда ҡатнашты, мунса миндеген бәйләүҙә ярышты, дарыу үләндәре тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм “Сәс — ҡыҙҙарҙың күркәмлеге” конкурсында иң оҙон сәс эйәһен һайланы.

Изге Троица байрамы Яңы Бөрмә халҡына яҡшы кәйеф бүләк итте, ата-бабаларҙың бай мәҙәни мираҫын иҫкә алырға мөмкинлек бирҙе һәм халыҡ традицияларының төрлө быуын кешеләрен берләштереүен тағы бер дәлилләне.

Алия Ғилуанова.

Автор фотолары.

Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Троица — изге байрам
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас