Йәнтөйәк
+12 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
2 Июня , 10:00

Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойола

Республика халҡы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһендә скульптур композицияны бронзанан тергеҙеү яҡлы булыуын белдергән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: архивта һаҡланған проект документацияһында ла тап ошондай вариант ҡаралған була.

Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойолаСалауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойола
Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә бронзанан ҡойола

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 1 июндә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә был мәсьәләгә нөктә ҡуйҙы.

– Апрелдә ҙур комиссия менән һәйкәл реставрацияланған майҙансыҡта булдыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, конструкцияның яҡынса 80 процентын алмаштырырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта башҡа элементтар яһалған металл да бик юғары сифатлы түгел. Фекер алышыу барышында тыуған идеяны беҙ республика халҡы хөкөмөнә тәҡдим иттек. Ышаныслыраҡ юлды һайларға мөмкин, йәғни бронзанан ныҡлы һәйкәл ҡойорға. Тышҡы яҡтан ул әлеге скульптур композиция кеүек үк буласаҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Сосланбәк Тавасиевтың ейәне күптән түгел ҙур интервью бирҙе һәм унда һәйкәлдең тәү проекты тураһында һөйләне. Беҙ архивта һаҡланған бөтә документтарҙы күтәрҙек. Һәйкәл бронзанан ҡойолорға тейеш була. Әммә ниндәй ауыр осор булыуын аңлап тораһығыҙ. Шуға күрә төҫлө металл башҡа тармаҡтарға йүнәлтелә, һәм бындай мөмкинлек булмай.

Шул уҡ ваҡытта белгестәр киләсәктә республика халҡы ла барып күрерлек суйын статуяны тергеҙеүҙе дауам итәсәк.

– Беҙ һәйкәлде мотлаҡ реставрациялайбыҙ, әммә, уның торошон иҫәпкә алып, конструкцияны асыҡ һауаға урынлаштыра алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республика халҡы менән йәнә кәңәшләшергә һәм суйын һәйкәлде ҡуйыу, уны быяла көмбәҙ менән ҡаплау урынын билдәләргә тәҡдим итәм. Был тағы бер музей буласаҡ. Кешеләргә бындай майҙансыҡты барып күреү ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Радий Хәбиров бронза һәйкәлде ҡуйыуҙы 2027 йылға планлаштырырға кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм тейешле юл картаһын әҙерләргә ҡушты.

https://glavarb.ru/ba/news/event/salauat-yulaev-ykle-fl-bronzanan-oyola/

Автор:
Читайте нас