+19 °С
Облачно


Төбәк етәксеһе уларға хәрби хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөтә яугирҙарыбыҙға һеҙҙең менән ғорурланыуыбыҙҙы еткерергә теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Егеттәребеҙгә күпме кәрәк, шул тиклем ярҙам итәсәкбеҙ. Ә әлегә һеҙҙең именлегегеҙҙе тәьмин итеүсе һәм ғүмерҙәрегеҙҙе һаҡлап ҡалыусы гуманитар ылауҙар оҙатыу талап ителә, һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ. Барығыҙға ла оло ихтирам менән.
https://glavarb.ru/ba/news/event/radiy-hbirov-mahsus-hrbi-operaciyala-atnashyusylara-bashortostandy-dlt-nagradalaryn-tapshyry/