

Позывнойы шаян булһа ла, егеткә төрлө ҡатмарлы һынауҙарҙы үтергә, күңелендәге икеләнеүҙәрҙе еңеп, йөрәгендә Еңеүгә булған ышанысты һаҡларға тура килә. Бөгөн ул – махсус хәрби операция ветераны.
Яҡташтарыбыҙ көн һайын фронтта батырлыҡ, ныҡышмаллыҡ һәм юғары профессионаллек күрһәтә. Уларҙың хеҙмәте хәрби бурыстарҙы үтәүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә халыҡтың тыныслығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн төрлө һынауҙарҙы үтергә әҙер булыуҙа ла.
“Мультик” Оборона министрлығы менән 2024 йылда контракт төҙөй. Ике туған ағаһының махсус хәрби операцияла һәләк булыуы уны тетрәндерә һәм артабан тыныс ҡына йәшәй алмауын аңлай. Туғандары ла был ҡыйыу аҙымын хуплай, тип яҙа “Красный Ключ НурИман” гәзите. “Хәйер, ул саҡта мине туҡтатырлыҡ көс юҡ ине. Атай-әсәйем мине илһөйәр итеп тәрбиәләне, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен, ата-бабаларыбыҙҙы һәр саҡ өлгө итеп ҡуйҙы”, - ти “Мультик”.
Махсус хәрби операция зонаһында ул пилотһыҙ осоу аппараттары операторы булып хеҙмәт итә. Көн һайын иптәштәре менән картография материалдарын өйрәнә, хәлде анализлай, осоу маршруттарын планлаштыра. Төп бурыстарҙың береһе – боеприпастарҙы, медикаменттарҙы һәм аҙыҡ-түлекте яугирҙәргә килтереп еткереү. Бер аҙҙан “Мультик”ты зенит-ракета батареяһына уҡсы-зенитсы итеп күсерәләр. Һауа киңлеген күҙәтеү, дошман дрондары күренгәндә уларҙы юҡ итеү бурыстарын үтәргә тура килә.
Тыныс тормошҡа ҡайтҡандан һуң ул ҡатмарлы хәрби хеҙмәт көндәрен, ҡыйыу иптәштәрен йыш ҡына хәтеренә төшөрә, ”Борода” позывнойлы командирын һағынып иҫкә ала. Ветеран билдәләүенсә, һәр хәрби һөнәр фронтта бурыстарҙы үтәгәндә мөһим.
– Алғы һыҙыҡтағы һәр кем, артиллерисмы ул, танкист, пехотасы, гранатометсы, сапер, штурмлаусы, пилотһыҙ осоу аппараттары операторымы, уларҙың һәр береһе Еңеүгә өлгәшергә ярҙам итә, – ти яугир.
Пилотһыҙ осоу операторҙары - бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.
Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт төҙөй ала.
Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән башҡа белгеслеккә йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай.
Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.
Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.
Фото: “Красный Ключ. НурИман” гәзите сайтынан.