

Ошо ваҡыт эсендә фонд махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ышаныслы партнерға әүерелде, 115 мең МХО ҡатнашыусыһына һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелде, шулай уҡ 135 мең мөрәжәғәт хәл ителде.
Республикала 140 социаль координатор эшләй, улар өйҙәренә ҡайтҡан һәр кем менән бәйләнеш тота һәм яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам итә.
Фонд киң хеҙмәттәр күрһәтә, шул иҫәптән медицина реабилитацияһы, психологик, юридик яҡтан, эшкә урынлашыуҙа, торлаҡты яраҡлаштырыуҙа ярҙам һәм башҡалар.
«Фонд – махсус хәрби операция ветерандары һәм яугирҙәрҙең ғаиләләре менән эштә төп партнерыбыҙ. Ир-егеттәргә тыныс тормошҡа ҡайтырға һәм үҙҙәрен төрлө өлкәләрҙә һынап ҡарарға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Кемдер үҙен ижадта таба. Кемдер күптән хыялланған эшен аса. Беҙҙә 500-ҙән ашыу ветеран адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. 2025 йылда ғына 900-гә яҡын ярыш уҙҙы», — тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров үҙенең ҡотлауында ошо ҡатмарлы эшкә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ статс-секретарь — Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды етәксеһе Анна Цивилеваға республикаға һәм яугирҙәргә иғтибары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.