Йәнтөйәк
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Июня , 11:20

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Бөтәһе 264 пляж асыла, уларҙа йәмәғәт ҡотҡарыусылары дежурлығы ойошторола. 

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланаБашҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана
Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башлана

Башҡортостанда 1 июндән һыу инеү миҙгеле башлана. Бөтәһе 264 пляж асыла, уларҙа йәмәғәт ҡотҡарыусылары дежурлығы ойошторола. 

«Башинформ» яҙғанса, йәйге миҙгелгә йәмғеһе 560 ял итеү урыны асыла. Һуңғы биш йылда республикала пляждар һаны 2,2 тапҡырға артҡан. Һөҙөмтәлә һыуҙа һәләк булыусылар һаны 1,5 тапҡырға кәмегән.

Синоптиктар фаразлауынса, июнь айы ямғырлы булырға вәғәҙәләй. Метеохеҙмәттәр мәғлүмәттәренә ярашлы, тәүге декадала көндөҙгө һауа температураһының яҡынса +20, +25 градус булыуы көтөлә. Ямғыр яуыуы, ә төндәрен һалҡынса булыуы фаразлана.

Ләйсән Закирова

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-06-01/bash-ortostanda-yu-ine-mi-gele-bashlana-4655856

 
 
Автор:
Читайте нас