Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
31 Мая , 15:55

“Тотош ғаиләләр килеүе шатландырҙы”

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов Китап байрамына баһа бирҙе. Тулыһынса уҡығыҙ:

“Тотош ғаиләләр килеүе шатландырҙы”“Тотош ғаиләләр килеүе шатландырҙы”
“Тотош ғаиләләр килеүе шатландырҙы”

Дүртенсе Китап байрамы ла тарихта ҡалды. Өс көн буйы баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында, тирә-яҡ биләмәлә Халыҡ-ара китап йәрминкәһе саралары гөрләне. Рухи күтәренкелек, ниндәйҙер дөйөм тантана өҫтәгән фестивалдең һуңғы тауыштары яңғырағанда, күңелгә үтә лә моңһоу булып китте.

Ниҙәргә өлгәшелде, нимәһе менән айырыуса хәтерҙә ҡалды IV Китап байрамы? Шул һорау менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламовҡа мөрәжәғәт иттем.

– Асыҡ һауала үткәрелгән фестиваль булғас, һауа торошо ниндәй булыр, тип борсолғайныҡ. Шөкөр, ул яҡтан барыһы ла ыңғай килде. Китап байрамында 80-дән ашыу нәшриәт вәкилдәре ҡатнашты, улар – Рәсәй төбәктәренән, Беларусь Республикаһынан, Ирандан. Фестивалгә килгәндәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Байрам сараларына халыҡ та күп килде, төрлө саралар үткәрелде. Нәшриәтселәр, китап авторҙары менән осрашыуҙар ойошторолдо, уларҙа ике мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты.

Беренсе көн Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына арналған саралар булды, кисен данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблебеҙ матур концерт бирҙе. Икенсе көн Башҡортостандағы Ҙур һәм татыу ғаиләләр йылына арналған саралары менән әһәмиәтле булды. Кискеһен Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһаны. Өсөнсө көндә, йәғни бөгөнгө йүнәлеш – “Барыһы ла Еңеү өсөн”, ул Рәсәйҙең тарихына, хәтергә һәм илһөйәрек тәрбиәләүгә арналды. Был кистең биҙәге – республикабыҙҙың Рус академия драма театры артистары башҡарыуындағы патриотик йырҙар.

Байрам матур үтте, тип уйлайым. Халыҡтың күп булыуы, тотош ғаиләләре менән килеүе ныҡ шатландырҙы. Фестивалдең уңышлы үтеүе өсөн, әлбиттә, республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт. Ябай булмаған осорҙа шундай ҙур сара үткәрҙек, Мәскәүҙән ҡунаҡтар – Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы, илебеҙҙең Яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский, Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков килде. Уның әлеге көндә Өфөлә “Ҙур балалар фестивале шаңдауы” бара. Шуларға өҫтәп, тағы ла “Торатау” конгресс-холында “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” үтте – бер ыңғайҙан нисәмә ҙур сара ғәмәлгә ашырылды. Ойоштороусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт.

Рәүилә Ғатауллина яҙып алды.

Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас