Йәнтөйәк
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
31 Мая , 05:50

Афарин, йәш сәсәндәр!

Асҡын районының йәш таланттары "Урал батыр" эпосын яттан  һөйләүселәр конкурсында район исеменән лайыҡлы сығыш яһаны.

Афарин, йәш сәсәндәр!Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!

27-30 майҙа Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында «Урал батыр» XXVIII төбәк-ара йәш сәсәндәр һәм эпик хикәйә башҡарыусылар конкурсының төбәк-ара этабы үтте. Конкурс башҡорт эпосын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға, ауыҙ-тел ижады традицияларын үҫтереүгә һәм республика халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән.

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы  бүләкләү тантанаһы  «Китап байрам»IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә үтте.

Асҡын ауылының 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Ислам Лотфуллин айырыуса ҙур уңышҡа өлгәште. Тәрбиәсеһе  Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Ғәлимова етәкселегендә ул «Иң йәш сәсән» номинацияһында еңеүсе булды. Бынан тыш, йәш ҡатнашыусы  Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Сәрүәр Сурина исеменән махсус призға лайыҡ булды.

«Күк сәскә» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Эмиль Ғәлләмов та лайыҡлы сығыш яһаны. Рушания Шәрәфетдинова етәкселегендә ул «Урал батыр» эпосының 156 юлын яттан һөйләп, юғары әҙерлек кимәлен күрһәтеп,  диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде.

Ислам Лотфуллин, Эмиль Ғәлләмовты, уларҙың остаздарын һәм ата-әсәләрен лайыҡлы наградалары менән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең уңыштарығыҙ башҡорт халҡының туған теленә, мәҙәниәтенә һәм йолаларына һаҡсыл ҡараш өлгөһө булып тора.

Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Афарин, йәш сәсәндәр!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас