

Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы етәкселегендә ауылдың әүҙем, талантлы, уңған ағинәйҙәре матур итеп кейенеп килеп, ихлас күңелдәренән тәбиғәт ҡосағында йола байрамын үтәй.
“Сара матур тауышлы кәкүк ҡошона арналды. Халҡыбыҙ был бәләкәй ҡошсоҡтоң серле һәм яңғырауыҡлы тауышын тыңлап, киләсәкте юраған, изге теләктәр теләр булған. Моңло йырҙар, халыҡ уйындары, таҡмаҡтар әйтеп бейеүҙәр – барыһы ла байрам кәйефе өҫтәне. Кәкүккә лә арнап, йырҙар башҡарылды. Артабан килтерелгән күстәнәстәр менән самауыр сәйе эсеп, аралаша-аралаша ял иттек. Уңған ағинәйҙәрем милли ризыҡтар әҙерләп килтергәйне, һәр кем тәмлекәстәрҙән ауыҙ итте. Уларҙың бер өлөшөн кәкүккә лә ҡалдырырға онотманыҡ”, — тип һөйләне Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы.
“Кәкүк сәйе”ндә ҡатын-ҡыҙҙар тәбиғәткә һәм ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, изге теләктәр теләй. Улар сәләмәтлек, илгә, донъяға тыныслыҡ , махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың тиҙерәк Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләй. Сара һәр кемдең күңеленә хуш килә, улар күтәренке кәйефтә үҙҙәренә көс алғайндай өйҙәренә таралыша.