

"Ҡубияҙ һәм Урмияҙ мәктәптәре уҡыусылары, 2010-2013 һәм 2014-2016 йылдарҙағы малайҙар һәм ҡыҙҙар һигеҙ ауырлыҡ категорияһында призлы урындар өсөн көрәште.
Ярыш йомғаҡтары буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында Ильяс Әхмәтйәнов, Арина Нишонова, Искәндәр Нуретдинов, Рианна Нуретдинова — барыһы ла Ҡубияҙ ауылынан һәм Айнур Асҡабалов, Илвирт Низаметдинов, Әлиә Кәримова, Артур Хәбибуллин — барыһы ла Урмияҙ ауылынан чемпион булды.
Байрам бик матур үтте, барыһына ла оҡшаны, — тип хәбәр итте Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы начальнигы урынбаҫары Рәмил Закиров.
Наилә Имаева.