

Ауылда мәсет эшләүенә төлгөҙбаштар ҡыуанып бөтә алмай, сөнки мәсет менән еребеҙгә иман ҡайта, тәртип, тәрбиә, рухи күтәрелеш була. Ошо ауылда тыуып үҫкән Айбулат Абдуллин төҙөгән күркәм иман йортонан кеше өҙөлмәй.
Ҡорбан ғәйетен дә ҙур әҙерлек менән үткәрә төлгөҙбаштар. Лилиә Кәшбуллина инициативаһы менән Яңы Ҡарыш ауылында ерләнгән әруахтар рухына атап, бер туған Кәшбуллиндар ҡорбан салдыра. Гүр эйәһе булған туғандарҙың береһе Фәдис Рәхимйән улы ла нәҡ ошо зыяратта ерләнгән. 28 майҙа уның тыуған көнө була. Уны һәм башҡа ауылдаштарҙы иҫкә алыу маҡсаты менән мәсеттә Ҡорбан ашы мәжлесе ойоштороп үткәрәләр. Ҡорбан салдырған Шамил хәҙрәт Хәбибйәновтың нәҫел тамырҙары ла Яңы Ҡарышҡа барып тоташа, шуға ул да ихлас өлөш индерә Ҡорбан ашына.
Төлгөҙбаштың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары иртән үк ғибәҙәт йортона килеп, аш-һыу әҙерләй, табын ҡора. Билдәләнгән ваҡытҡа олоһо-кесеһе иман йортона йыйыла, Яңы Ҡарыш ауылында тыуып, бөгөн күрше-тирә ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә табынға күстәнәстәрен тотоп килә.
“Мәсетебеҙҙең имамы Шамил хәҙрәт Хәбибйәнов башта матур итеп вәғәздәр һөйләне, артабан Ҡөръән аяттары, сүрәләре Лилиә Кәшбуллина башҡарыуында ла яңғыраны.
Яңы Ҡарыш ауылы зыяратына ерләнгән ауылдаштар һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар рухына атап, шулай уҡ һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау Еңеү менән ҡайтыуын, донъялар тыныслығы, халҡыбыҙҙың имен, мул тормошта, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәүен теләп, доғалар ҡылынды, хәйерҙәр таратылды. Хәйерҙе бөгөн Подмосковьела йәшәгән яҡташыбыҙ, олаталары, ҡарт олаталары ошо зыяратта ерләнгән Әлфиә Әнғәм ҡыҙы ла ебәрҙе. Мәжлескә килә алмаған оло йәштәгеләргә һәм сирләп тороусыларға Ҡөръән ашын, күстәнәстәрҙе алып барып бирҙек. Сараға килеүселәр рухланып, күңелдәрен байытып таралышты.
Ҡорбан салдырыусыларҙың, хәйер-саҙаҡа таратыусыларҙың, мәжлес ойоштороуға өлөш кереткәндәрҙең изге ғәмәле мең сауап булып ҡайтһын”, — тип һөйләне урында ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Мөсәллиә Фәтхуллина.
Наилә Имаева.